Сәләмәт булайыҡ
30 Июнь 2023, 10:45

“Йәшлек емешен” ашап ҡалығыҙ

Йылдың иң матур миҙгелендә баҡсаларҙа алланып-ҡыҙарып хуш еҫле еләк бешә. Тәмле генә түгел ул, файҙалы ла. Ауыҙҙа иреп торған ҡып-ҡыҙыл тәмлекәс кеше организмындағы матдәләр алмашыныуына ыңғай йоғонто яһай, аппетитты, бәүел бүлеп сығарыуҙы яҡшырта. Бынан тыш, баҡса еләге авитаминоз, ҡан баҫымы, атеросклероз кеүек сирҙәрҙән дауалай, тигән фекерҙә белгестәр.

Хозур йәйҙә емеш-еләк менән һыйланғандар ҡышҡы һалҡынға ла бирешеп бармай. Бының өсөн көнөнә 150-200 грамм еләк ашау ҙа етә.Тик бына был татлы емештең аллергияға килтереү ихтималлығы тураһында оноторға ярамай. Баҡса еләге ҡалҡан биҙенең эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, организмда йодтың артыуына булышлыҡ итә. Тағы уны “йәшлек емеше” тип йөрөтәләр, сөнки викторияла булған В, Е төркөмөнә ингән витаминдар бит тиреһен алһыуландыра, йәшәртә. Өҫтәүенә, еләк ашағандан һуң, организмда “бәхет гормоны” эшләнеп сыға һәм кешенең кәйефе күтәрелә.

 Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас