Сәләмәт булайыҡ
30 Июнь 2023, 10:44

Ҡышҡа әҙерлек йәйҙән башлана

belizvest.rubelizvest.ru
Фото:belizvest.ru

Ҡымыҙҙың шифаһы тураһында белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Уның тураһында тәүге тапҡыр боронғо тарихсы Геродот яҙмаларында телгә алына. Халыҡ медицинаһында ла ошо эсемлектең тәнде нығытыу һәм төрлө сирҙәрҙе дауалау ҡеүәте тураһында бәйән ителә.

Белгестәр билдәләүенсә, бейә һөтө күп күләмдәге аҡһымға, С һәм В витаминдарына бай. Тап улар иҫәбенә имму­нитет нығына. Фосфор йөрәк-ҡан тамыр­ҙары системаһына ыңғай йоғонто яһай, матдәләр алмашыныуын яйға һала һәм ҡан тамырҙары торошон яҡ­шырта. Ул алмаштырғыһыҙ аминокис­лоталарға бай. Бынан тыш, эсемлек – вита­мин­дар, ферменттар һәм микроэлементтар сығанағы. Ҡымыҙ микро­фло­ра­һы антибиотиклы, эсәк таяҡсаһы һәм башҡа патоген микробтарға ҡаршы кө­рәшкән бактериостатик һәм бактерицид­лы матдәләрҙе туплауҙа мөһим роль уйнай.

Ошо төбәктә әҙерләнгән ҡымыҙ үҙенсәлекле тәм менән айырылып тора. Был урындағы тәбиғәт шарттарына, хатта әҙерләү ҡағиҙәләренә бәйле икән. Ә һауытҡа ҡойолған ҡымыҙҙы һаҡлау ваҡыты – 48 сәғәткә тиклем. Һыуытҡыста был эсемлек, әлбиттә, күпкә оҙағыраҡ һаҡлана, әммә был осраҡта ул байтаҡҡа ҡеүәтлерәккә әйләнә.

Йәмле йәй биҙәктәренең береһе булған шифалы ҡымыҙҙы эсеү, тимәк, организмды ҡышҡы сирҙәргә ҡаршы тороуға әҙерләү, тигән һүҙ. Тик шуныһы: был эсемлекте халыҡ ышанысын яула­ған һатыусыларҙан алырға тырышығыҙ.

 Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас