

Халҡыбыҙҙың дауалау ысулдары бик күп: кемдер үләндәр менән дауалана, икенселәр ҡырмыҫҡа иләүенә ултырып һауыға. Халыҡ им-томон, дауаланыу ысулдарын бөгөн дә файҙаланыусылар бик күп. Түбәндәге яҙма, бәлки, кемгәлер ярҙам итер.
Гүзәл Ғүмәрова: “Бер ваҡыт баҫҡыстан йығылып, аяғым ныҡ ҡына йәрәхәтләнгәс, Аллаһ Тәғәләнең ярҙамында осраҡлы ғына бер ҡатын менән таныштым, ул еңел генә дауаланыу ысулын өйрәтте.
Бер тин аҡса ла сығармайынса дауаланыу ысулы – ҡырмыҫҡа иләүенә ултырыу. Ул ҡатын: “Аварияға эләгеп, аяҡтарымды бөртөкләп йыйҙылар, бер йыл эсендә 19 операция яһанылар. Аҙаҡ профессор “ҡырмыҫҡа иләүенә ултыр” тип ҡайтарып ебәрҙе. Миңә өс тапҡыр ултырыу етте, шунан һауыҡтым, әлхәмдүлиллаһ”, – тип һөйләгәйне.
Мин дә шул ысул менән шифаланып, һеҙгә тәҡдим итәм. Кемдәрҙеңдер, ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырып, өйҙәренә алып ҡайтҡан осраҡтарын да ишеткәнем бар, тик улай шифаланам тип, киреһенсә, ҡырмыҫҡаларҙың рәнйешен алырға мөмкин бит. Иң яҡшыһы – үҙеңә урманға барыу. Ҡырмыҫҡа иләүенең өҫтөнә түгел, ситенә генә аяҡты ҡуйып ултырыу ҙә етә. Ҡырмыҫҡалар алмашлап менә бара, шифаларын ебәргәс, төшә бара. Улар организмда – һөйәктә нимә етмәй, шул матдәне бүлеп сығара. Һөйәк яңырып китә. Күпме түҙеп ултыра алаһығыҙ (15, 20, 25 минут), шул тиклем шифаһы күберәк була.
Миңә ике тапҡыр барыу етте, сөбханаллаһ. Аҙған ауырыуҙарға күберәк кәрәктер. Көн дә барырға ярамай, ике-өс көн аша йә аҙнаға бер тапҡыр булһа, бигерәк тә яҡшы. Тик дауаланыр алдынан ихлас күңел менән Аллаһ Тәғәләнән шифаландырыуын һорарға онотмағыҙ, сөнки ауырыуҙы ла, дауаһын да тик Ул – бөйөк Раббыбыҙ бирә. Дауаланғас “Әлхәмдүлиллаһ Аллаһ Тәғәләгә шөкөр” тип, рәхмәтегеҙҙе белдерергә онотмағыҙ. “Ҡамасаулағаным өсөн һеҙҙән ғәфү үтенәм, миңә биргән дауаларығыҙ өсөн, ҡырмыҫҡалар, һеҙгә лә рәхмәт!” – тип тә әйтһәгеҙ, шифаланыу ғына түгел, сауап та алырһығыҙ. Файҙаһы тейһен һәр кемгә лә!
Маһинур ЙӘҒӘФӘРОВА:
”Бисмилләһир рәхмәнир рахиим! Ике тапҡыр өйлә намаҙынан һуң ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡып, Аллаһы Раббыбыҙҙан шифа һорап, ҡырмыҫҡалар иләүенә барып килдем. Беренсе тапҡыр барыуҙа уҡ һиҙелеп тора: яҡшы яҡҡа үҙгәреш тоям. Әлхәмдүлилләһ, был шифаланыу ысулын яҙған ханыма бик рәхмәтлемен”.
Кәримә УСМАНОВА