

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы быйыл табиптар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһаны. Сарала еңеп сығыусылар араһында Башҡортостандағы медицина ойошмаларынан өс табип бар.
“Иң яҡшы психиатр” номинацияһында беренсе урынды Республика клиник психотерапия үҙәге психотерапевы Надежда Пермякова яуланы. Республика клиник перинаталь үҙәгенән Асҡар Йәнекәев “Иң яҡшы акушер-гинеколог” номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды. Ошондай уҡ урын Өфөләге 3-сө балалары табыу йорто баш табибы Зөһрә Гуроваға “Иң яҡшы медицина ойошмаһы еитәксеһе” номинацияһында бирелде.
Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау тармағы вәкилдәре Рәсәй һәм төбәк конкурстарында даими ҡатнаша. Сираттағы сарала еңеп сығыусыларға эштәрендә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек һәм бәхет теләйбеҙ.
Сығанаҡ, фотолар: health.bashkortostan.ru/