Сәләмәт булайыҡ
13 Июль 2023, 09:15

Бушлай курстар ойошторола

Унда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.

Бушлай курстар ойошторолаБушлай курстар ойошторола
Бушлай курстар ойошторола

10-16 июлдә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан тышҡы сәбәптәрҙән үлемде кәметеүгә йүнәлтелгән аҙналыҡ үткәрелә. Улар араһында спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыу, суицид, һыуҙағы бәхетһеҙ осраҡтар, юл-транспорт фажиғәһе бар. Бәхетһеҙ осраҡ ваҡытында беренсе ярҙам күрһәтә белгән кешенең булыуы – зыян күреүселәрҙең тере ҡалыуға мөмкинлеге арта тигән һүҙ.

Быйыл Башҡортостандың медицина колледждары халыҡ өсөн тактик медицинаһы буйынса бушлай уҡыуҙар үткәрә башланы. Алдынғы белгестәр тарафынан төҙөлгән уҡытыу программаһы 72 сәғәт дауам итә. Улар көтөлмәгән осраҡтарҙа, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла һәм ҡораллы бәрелештәрҙә, беренсе ярҙам күрһәтеү күнекмәләрен алыуға йүнәлтелгән. Уҡыуҙан һуң курсты тамамлау тураһында документ тапшырыла.

Йыл һайын Башҡортостанда беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса саралар үткәрелә. Унда юғары һәм урта медицина белеме алған белгестәр һәм медицина персоналы, шулай уҡ мәғариф ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары, пенсионерҙар һәм башҡалар ҡатнаша.

2023 йылдың тәүге ярты йылында профессиональ әҙерлек үтеү һәм квалификация камиллаштырыу сиктәрендә 3726 урта медицина белгесе беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса белем алған. Шулай уҡ алты мең табип һәм шәфҡәт туташтары ошо йүнәлештә тест һәм әңгәмә үткән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы алты белем биреү һәм 15 медицина ойошмаһында, шулай уҡ Өфө хосписында беренсе ярҙамға ҡағылышлы саралар үткәрелеп тора. Шулай уҡ тәүге ярты йыллыҡта “йөрәк-үпкә реанимацияһы” йүнәлеше буйынса беренсел махсуслаштырылған аккредитацияны 645 кеше үткән.

Сара сиктәрендә теләгәндәр бушлай конференцияла ҡатнаша ала. Шулай уҡ Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғаһы ҡорбандарын иҫкә алыу һәм Бөтә донъя беренсе ярҙам күрһәтеү көнөнә арналған халыҡ-ара конференциялар уҙғарыла. Үткән йылда сарала ике меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Майҙансыҡтарҙа даими рәүештә хәйриә оҫталыҡ дәрестәре үтә. Унда ҡатнашыусылар заманса тренажер һәм манекендарҙа йөрәк-үпкә реанимацияһы буйынса алған белемдәрен һынай ала. www.medupk.ru сайтындағы “БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының беренсе ярҙам буйынса баш штаттан тыш белгесе мәғлүмәте” бүлегендә 2023 йылға күсмә саралар планы бирелгән.

Конференцияларға, майҙансыҡтарҙа уҙғарылған оҫталыҡ дәрестәренә ҡағылышлы һорауҙар буйынса cpk@medupk.ru электрон почтаһына яҙырға, йә 8(347)246-60-52, 8(917)426-22-89 һандарына шылтыратырға мөмкин.

Фото: stav-reporter.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас