Сәләмәт булайыҡ
14 Июль 2023, 05:22

Ҡайһыһы шифалыраҡ?

Белеп эсһәң, үләндәрҙең шифаһы мотлаҡ тейә. Белгестәр әйтеүенсә, уларҙың араһында һаулыҡҡа файҙаһы яғынан элеутерококка еткәне юҡ. Уның кешегә көс һәм энергия биреү һәләте иҫбатланған. Көнөнә ике тапҡыр бары 25-30 тамсы ғына эсеү ҙә арыу-талыуҙы онотторасаҡ, үҙеңде, нимәгә генә тотонһаң да, көслөрәк тоясаҡһың. Уны көндөң тәүге яртыһында эсергә кәрәк, кисен йоҡонан яҙҙырыуы ихтимал.  

Мелисса йәки лимон бөтнөгө – йәшәү өсөн көс биреүсе тағы ла бер ышаныслы сығанаҡ. Уның хуш еҫе һәм тәме энергия бирә, иртәнге сәйгә өҫтәп ебәрһәгеҙ, йоҡоғоҙ асылып, кәйефегеҙ күтәрелеп китер. Тубылғы үләне лайлалы тиресә өсөн файҙалы. Айырыуса ҡоролоҡ мәлендә. Ҡоро һауа лайлалы тиресәне ҡуҙғыта, кешенең сәләмәтлек торошона насар тәьҫир итә. Сәй урынына ҡайһы саҡта тубылғы ҡайнатһағыҙ, лайлалы тиресә торошо яҡшырыр, организмдың дөйөм хәле лә күҙгә күренеп һәйбәтләнер.

Һырғанаҡтың япраҡтары ла файҙалы. Уны эҫе көндәрҙә ҡайнатып эсеү селләне һәйбәт үткәрергә ярҙам итер. Ҡояш ныҡ ҡыҙҙырған осорҙа шыйыҡлыҡ етешмәүҙән ҡандың ҡуйырыуы билдәле, ә бының тромбтар барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Һырғанаҡ япраҡтарынан эшләнгән ҡайнатма ҡанды тәбиғи рәүештә шыйығайта һәм ул һаулыҡ өсөн хәүефһеҙ.

 Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас