Сәләмәт булайыҡ
14 Июль 2023, 12:00

Их тәмле шул ҡомалаҡ икмәге!

Ҡомалаҡтан әсетке яһау һәм икмәк бешереү нескәлектәре менән уртаҡлашабыҙ. 

Их тәмле шул ҡомалаҡ икмәге!Их тәмле шул ҡомалаҡ икмәге!
Их тәмле шул ҡомалаҡ икмәге!

Ҡомалаҡты, ғәҙәттә, август айында йыялар, ҡырау төшмәһә, һуңыраҡ йыйылғаны ла бара. Уны һабағы менән алып, ваҡлап, киптереп, тоҡҡа тултырып ҡоро урынға элеп ҡуйырға.

- Сүпрә (әсетке) яһар өсөн, өс литрлы кәстрүлдең өстән ике өлөшөнә ҡомалаҡ һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡояһың да талғын утта ярты сәғәт самаһы ҡайнатаһың. Шунан ике стакан самаһы онға ҡайнар ҡомалаҡ һыуын иләк аша һөҙәһең дә, төйөрҙәре бөткәнсе болғатып, һыуытырға ҡуяһың. Яңы һауған һөт йылылығына етһә, баш һалаһың. Баш – ул алдан әҙерләп ҡуйылған әсетке, тәү башлағанда магазиндыҡы ла ярай. Артабан йылы урынға ултыртып ҡабартаһың. 10 – 12 сәғәттән сүпрә әҙер. Ҡапҡаслы һауытҡа һалып, һалҡын урында тотһаң, бер ҡалаҡ шәкәр ҙә өҫтәһәң, тиҙ иҫкермәй, – тип ҡомалаҡтан әсетке яһау серҙәре менән уртаҡлашты Күгәрсен районының Ялсы ауылынан Вәсилә апай Ҡарағужина.

Ҡомалаҡ әсеткеһен үрҙәге рецептҡа ярашлы эшләп, киптереп һаҡларға ла мөмкин. Бының өсөн шыйыҡ әсеткегә эре иләк аша көрпә (кәбәк) иләп ҡушып, ҡаты итеп ҡамыр баҫырға. Шуны ваҡ-ваҡ киҫәктәргә бүлеп, сепрәк ашъяулыҡҡа йәйеп һалып киптерергә. Үтә ҡатып китмәҫ борон ит турағыс аша үткәреп алырға ла мөмкин. Бындай әсетке ярты йыл дауамында ла үҙенең сифатын юғалтмай. Тик ныҡ итеп киптерергә кәрәк, юғиһә күгәреүе ихтимал. Икмәк бешерер алдынан 2-3 ҡалаҡ ҡоро сүпрәгә йылымыс һыу, бер балғалаҡ шәкәр һалып, йылы урында ебетеп ҡабартырға.

Ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәк бешереү өсөн иң тәүҙә баш яһала. Бының өсөн йылымыс һыуға әсетке, самалап тоҙ, он ҡушып, ҡаймаҡ ҡуйылығында ҡамыр яһап, йылы урынға ҡуйырға. Ул ҡабарып сыҡҡас, он өҫтәп ҡамыр баҫырға. Ул кәмендә ике тапҡыр ҡалҡырға тейеш.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас