Сәләмәт булайыҡ
14 Июль 2023, 05:24

Йөрәктең төп “дошманы” кем?

klike.netklike.net
Фото:klike.net

Социологтар халыҡ араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу үткәргән: йөрәгегеҙҙең төп “дошманы” кем тип уйлайһығыҙ? 100 кешенең 73-ө йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге проблемаларында “майлы ит”те ғәйепле тип иҫәпләгән. Эйе, элегерәк нимә булһа ла, бөтә ғәйепте мал итендәге майҙарға, ундағы холестеринға япһарҙыҡ. Тик хәҙер йөрәк, бөтә ҡан системаһына ҡараш үҙгәрҙе, тип иҫәпләй медицина фәндәре докторы, Туҡланыу һәм биотехнологиялар институты етәксеһе Алла Погожева.

Һуңғы тикшеренеүҙәрҙән күрене­үенсә, ғалимдар транс­майҙар һәм шәкәр менән ту­йындырылған ҡамыр ризыҡтарына ҡаршы. Бы­ның йөрәк менән ниндәй уртаҡлығы бар һуң? “Туранан-тура ҡағыла”, тип раҫлай тикшере­неүселәр. Кардиологтар был хаҡта бына нимә ти:

– Барыһынан да элек, артыҡ тән ауырлығы йөрәк-ҡан тамыр­ҙары проблемаларын тәрәнәйтә, хәүеф факторҙарының береһе булып тора. Тулы кәүҙәле кеше – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙә­ренән яфаланғандарҙың икһеҙ-сикһеҙ ҙур армияһына “беренсе кандидат”.

Шуны белегеҙ, мал ите майының йөрәк өсөн файҙалы булыуы, ә йомортҡаның холестерины һаулыҡ өсөн зыянлы түгеллеге иҫбатланған. Профессор Михаил Гинзбург әйтеүенсә, хатта йомортҡа “яҡшы” холестеринды арттыра алыуға ла һәләтле икән. Ә бына төп хәүеф мага­зиндарҙан һатып алынған тәмле-татлы ҡамыр аштарында, фаст­фудтарҙа, соус, снэк, эшкәртелгән аҙыҡта, трансмайҙарҙа, тип иҫәпләй тикшеренеү­селәр. Трансмайҙар – яһалма рәүештә үҙгәртелгән май кислоталары. Улар, дөйөм холестеринды күтәреүҙән тыш, ҡандағы яҡшы холестеринды ла кәметә. Транс­майҙар иҫәбенә рацион калорияһын ни бары ике процентҡа ғына күбәйткәндә лә, йөрәк ишемияһы хәүефенең 23 процентҡа артыуы иҫбатланған. Быны нисек иҫәпләргә? Иң ябай ысул – ни тиклем зарарлы аҙыҡтарҙы аҙыраҡ ашайбыҙ, шунса яҡшыраҡ.

Ҡайһы ризыҡтар йөрәккә ял бирә? Элекке кәңәштәр көсөндә ҡала: сельдь, скумбрия, лосось балыҡтары, диңгеҙ аҙыҡтары ашағыҙ, улар сир хәүефен кәметә. Хәҙер йәй, йәшел тәмләткестәр, ҡыяр, помидор күп, уларға зәйтүн, көн­бағыш майы һалып, тәмле салат яһағыҙ. Балыҡ консерваларын да ҡулланырға була. Йөрәк өсөн күҙәнәкле туҡымаға бай аҙыҡтар бик файҙалы. Йәшелсә һәм еләк-емеште көнөнә кәм тигәндә 400 грамм самаһы ҡулланығыҙ, ҡуҙаҡлылар тура­һында ла онотмағыҙ.

 Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас