

Һауа температураһы 30 градустан артҡанда, кеше үҙен насар тоя башлай. 35 градустан да юғарыраҡ күтәрелһә, ҡайһы берәүҙәрҙең хәле бөтөүе, сирләүе ихтимал. Эҫелә ҡан тамырҙары һәм артериялар киңәйә, быныһы организмдың юғары температураға физик реакцияһы тигән һүҙ. Шул арҡала ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге боҙола, аяҡтарҙа ҡан насар йөрөй башлай.
Бының эҙемтәләре хәүефле: тромбтарға килтереүе, ҡан баҫымын түбәнәйтеүе, ҡандың йөрәккә ағымын кәметеүе ихтимал. Йыш ҡына аң юғалтыу осраҡтары була. Эҫе һауала тын алыуы ауырлаша. Илленән өлкәнерәктәр эҫене ауыр үткәрә, уларҙың тән тиреһе йылылыҡты насар көйләй, тир бүленеүе яй бара, шуға күрә тән тейешенсә һыуытылмай. Бер йәшкә тиклемге сабыйҙар ҙа эҫенән нығыраҡ яфалана. Йөрәк сирле, ҡан ойошоуы боҙолған, варикоз, онкология ауырыуҙарына дусар кешеләр эҫе көндәрҙә бигерәк тә һаулығына иғтибарлы булырға тейеш.
Әгәр ҙә эҫелә асыҡ һауала эшләргә тура килһә? Күберәк күләгәлә булырға, иркен, асыҡ төҫтәге, тәнде ныҡ ябып торған кейем кейергә, йыш һыу эсергә кәрәк, ти белгестәр.
Бина эсендә эшләгәндә аҡыл һәм физик хеҙмәтен алмаштырыу яҡшы. Компьютерҙа ултырғанда ҡан тамырҙарында ҡан ойошмаһын өсөн, йыш ҡына тороп, хәрәкәтләнеп алыуҙы, аяҡтарға махсус зарядка яһауҙы ғәҙәткә индерегеҙ. Урамға сыҡҡанда башығыҙҙа мотлаҡ тәбиғи туҡыманан тегелгән баш кейеме булһын. Һыуҙы йышыраҡ эсегеҙ, ул бүлмә температураһында йә иһә йылытылған булһа, тир бүленеү көсәйер һәм организмдың һыуыныуы яҡшыраҡ барыр. Табиптар кофеинлы, татлы, газлы эсемлектәр, һыра, һуттар менән мауыҡмаҫҡа саҡыра, сөнки улар йөрәк тибешен йышайта, һыуһынды ҡандырмай. Был осорҙа көсөргәнешле күнекмәләрҙән баш тартып тороу урынлы. Туҡланыу рационында емеш-еләк, шыйыҡ ҡына итеп бешерелгән аштар булһын.
Эҫенән аң юғалтыу һәм эҫе һуғыу ғәмәлдәре бер-береһенә бик оҡшаш, тик тәүгеһе ҡан баҫымы төшөүе арҡаһында, икенсеһенең сәбәбе – тәндең ныҡ йылынғанлығы һөҙөмтәһендә. Эҫенән кеше шунда уҡ аңын юғалтмай, хәле яйлап насарлана, эскеһе килә, аңы томалана, температураһы күтәрелә, тәне уттай ҡыҙа, кинәт кенә йығыла. Бәләгә тарыған кешене шунда уҡ ергә һалырға, баш аҫтына нимә булһа ла ҡыҫтырып, ҡан ағымын нормаға килтереү өсөн аяҡтарын башынан юғарыраҡ күтәрергә кәрәк. Эҫе һуҡҡан осраҡта ла шул уҡ ғәмәлдәрҙе башҡарыу мөһим, тик кешене һалҡыныраҡ урынға илтергә, тәнен еүеш таҫтамал менән һөрткөләп, һыуытырға тырышырға, мотлаҡ “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк, ти белгестәр.
Динә АРЫҪЛАНОВА