

“Рәсәйҙең иң яҡшы акушеры Бәләбәй бала табыу йортонда эшләй”, - тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Һүҙ Ирина Куеушкина тураһында бара. Ул “Иң яҡшы урта медицина һәм фармацевтика белемле белгес-2023” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе. Бәләбәй бала табыу йортонда 1989 йылдан эшләй. Был ваҡыт араһында 5,5 мең сабыйҙың донъяға килеүенә шаһит булған. Улар араһында ейәне лә бар. Хәҙер уға – 1,5 йәш.
“Коллегалары һәм пациенттар Ирина Федоровнаны хөрмәт итә. Грамоталы, дисциплиналы, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, намыҫлы һәм башҡаларҙың хәленә битараф түгел”, - тип яҙған Радий Фәрит улы. Өҫтәүенә, табип үҙенең тәжрибәһен, белемен буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә лә тапшыра. Бала табыу йортонда эшләү менән бер рәттән, Бәләбәй медицина колледжында ла белем бирә.
Ирина Кукушкинаның намыҫлы хеҙмәте бихисап рәхмәт хаттары, грамоталар менән баһаланған. Ул – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Былтыр төбәк һөнәри оҫталыҡ конкурсында иң яҡшыһы тип табылған. Хәҙер бына Рәсәй конкурсында ла еңеп сыҡҡан. “Ирина Федоровна Кукушкинаны һәм уның коллегаларын уңыштары менән ҡотлайым. Барыһына ла яңы ҡаҙаныштар, сәләмәтлек”, - тип изге теләктәрен яҙған Радий Фәрит улы.
Текст сығанағы, фотолар: Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһе.