Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Июль 2023, 19:00

Кишер һабағы эсәкте таҙарта

Ҡышҡылыҡҡа уны күләгәлә киптереп әҙерләргә мөмкин.

Кишер һабағы эсәкте таҙарта
Кишер һабағы эсәкте таҙарта

Айыу менән ҡарттың уңыш йыйыуы тураһында әкиәтте иҫләйһегеҙҙер әле. Кишерҙең хәҙер һабағын да, тамырын да үҙегеҙгә ала алаһығыҙ, сөнки һабағын дауаға ҡулланырға мөмкин.

Кишер һабағын ваҡларға. 1 аш ҡалағы кишер һабағына 1 литр ҡайнар һыу ҡойорға, 30 минут төнәтергә, һөҙөргә. Ашарға 20 минут ҡалғас, көнөнә 4 тапҡыр стаканлап эсергә.

Дауалау курсы 1 ай. Һуңынан ике аҙналыҡ тәнәфес яһап, дауалауҙы ҡабатларға.

Ҡышҡылыҡҡа кишер һабағын күләгәлә киптереп әҙерләргә мөмкин. Күп кенә ауырыуҙар организмда йәшәү өсөн мөһим селен элементы етмәү арҡаһында барлыҡҡа килә, уның етешмәүе иммунитеттың түбәнәйеүенә һәм матдәләр алмашыныуының дөрөҫ булмауына килтерә. Ә кишер һабағы тап ошо элементҡа бай.

Сығанаҡ: vk.com/sila_traw

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: