Сәләмәт булайыҡ
17 Июль 2023, 12:00

Шешенеүҙе ҡайтара торған эсемлектәр

Алты файҙалы рецепты һаҡлап ҡуйығыҙ.

Шешенеүҙе ҡайтара торған эсемлектәрШешенеүҙе ҡайтара торған эсемлектәр
Шешенеүҙе ҡайтара торған эсемлектәр
Организмдағы артыҡ һыу целлюлитҡа, артыҡ кәүҙә ауырлығына, шешенеүгә килтерә. Матдәләр алмашыныуы боҙола. Шешенеүҙе ҡайтара торған рецептар тәҡдим итәбеҙ.  

1-се рецепт:

2 аш ҡалағы онталған үгәй инә үләнен 200 мл ҡайнар һыуға һалып, термоста 1 сәғәт төнәтегеҙ. Иртәле-кисле 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ.

2-се рецепт:

1 балғалаҡ кипкән ҡайын япраҡтарын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, ярты балғалаҡ бал һалып болғатығыҙ. Был һыуҙы ашарҙан ярты сәғәт алда эсегеҙ.

3-сө рецепт:

25-30 гр кипкән ҡарағат япрағын 500 мл ҡайнар һыуға һалып төнәтегеҙ. Һыуынған төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсегеҙ.

4-се рецепт:

2 аш ҡалағы кипкән еләк һәм еләк япраҡтарын ҡайнар һыуға һалып, 2 сәғәт төнәтегеҙ. Был төнәтмәне ашарҙан алда 4 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ.

5-се рецепт:

2 балғалаҡ кипкән пәйғәмбәр тырнағы сәскәһен 500 мл ҡайнар һыуҙа 20 минут төнәтегеҙ. Был төнәтмәне ашар алдынан яртышар стакан эсегеҙ.

6-сы рецепт:

Кипкән бауыр үләне һабағын онтап, сәй кеүек бешерегеҙ. 1 стаканға 1 балғалаҡ һалыр кәрәк. Көнөнә 3 тапҡыр берәр стакан эсегеҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ!
 
Сығанаҡ: vk.com/hakmarserdar
Фото: bashgazet.ru
 
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас