

Көньяҡ Африка Республикаһынан бер фермер, 100 йәшлек юбилейын билдәләп, үҙенең оҙаҡ йәшәү серен систе.
24 июндә Лимпопо провинцияһының Мараксве-Мбахела ауылынан Таньяни Джозеф Радали исемле бабай күркәм ғүмер байрамын билдәләне. Тантанаға ауыл кешеләре, юбилярҙың туғандары килде.
Был әфәнде 1913 йылда Ха-Ратомбо ауылында тыуған. Ул Лимпопо провинцияһының күп ауылдарында йәшәп өлгөрә, ә 1940 йылда Мараксве-Мбахелала төпләнә.
Фермерҙың оҙаҡ йәшәү сере бик үҙенсәлекле булып сыҡҡан. “Әгәр ҙә оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисергең килһә, бер тапҡыр ғына өйлән. Минең һигеҙ балам да бер ҡатындан, тап ошо бәхет миңә оҙон ғүмер бүләк итте”, – ти Радали.
Тағы ла ул, спиртлы эсемлектәр эсмәгәнгә һәм күп эшләгәнгә күрә оҙон ғүмерлемендер, тип ышана. Ауылда йәшәгән ошо олатай һөйләүенсә, ул бер ваҡыт Көньяҡ Африка Республикаһының баш ҡалаһына күсергә уйлаған, тик ҡала тормошо күңеленә ятмаған.
“Мин Йоханнесбургта бер нисә йыл эшләнем, һуңынан ауыл хужалығы менән булышыр өсөн Мараксве-Мбахела ауылына кире ҡайттым. Йәшелсә, иген культуралары, тәмәке үҫтерҙем. Шул ваҡытта биҙрә менән арба һатып алдым. Улар менән һаман балаларым, ейәндәрем ҡуллана”, – тип иҫтәлектәрен уртаҡлаша юбиляр.
Оло кеше булыуына ҡарамаҫтан, Радалиның күреү һәләте шәп, тик шулай ҙа йылдар барыбер үҙенекен итә. Юбилярҙы күршеләре һәм урындағы фольклор өйрәнеүселәр ихтирам итә, сөнки ул венда телендә таҙа һөйләшә һәм күп мәҡәлдәр белә.
Күптән түгел Бөйөк Британиянан 108 йәшлек Ада Дэниел оҙаҡ йәшәү серен сискәйне. Уның һүҙҙәренсә, был балаларға һәм эттәргә ҡарата айырыуса иғтибарлы мөнәсәбәт булдырыуға ҡайтып ҡала.
Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА