Сәләмәт булайыҡ
21 Июль 2023, 14:04

Дөрөҫ туҡлана белегеҙ

Ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс кенә сәй йәки ҡәһүә эсегеҙ.

Нәсих Хәлисов фотоһы.Нәсих Хәлисов фотоһы.
Фото:Нәсих Хәлисов фотоһы.

Ризыҡтарҙы сәйгә йә ҡәһүәгә ҡушып эсергә яратаһығыҙмы? Был – бик яҡшы ғәҙәт. Эсемлектәр аш һеңдереү эшмәкәрлеген яҡшырта һәм файҙалы матдәләрҙе әүҙемерәк үҙләштерергә булышлыҡ итә. Тағы ла улар матдәләр алмашыныуын тиҙләтә һәм калорияларҙы майға түгел, ә энергияға йүнәлтергә ярҙам итә.

Шулай ҙа һеҙҙең иртәнге, төшкө йә киске ашығыҙҙа түбәндәге ашамлыҡтар бар икән, тимәк, икенсе эсемлек һайларға кәрәк. Ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашағандан һуң сәй йәки ҡәһүә эсеү кәңәш ителмәй.

 

Ниндәй ризыҡты ҡәһүәгә ҡушып ашарға?

 

Эремсек, сыр һәм һөт аҙыҡ­тарында кешегә һәр йәштә кәрәк булған файҙалы кальций бик күп. Әгәр ҙә сыр йәки эремсекте ҡәһүәгә ҡушып эсһәң, кальций насарыраҡ үҙләштерелә һәм организмдан тиҙерәк сыға.

Шулай итеп, ошо рәүешле ике-дүрт миллиграмм кальцийҙы юғал­тырға мөмкин. Иҫегеҙгә төшө­рәбеҙ, уның тәүлек нормаһы – мең миллиграмм. Әгәр ҙә орга­низмығыҙға файҙалы минерал етмәй икән, һеҙгә ваҡыт­лыса ҡәһүә ҡулланмаҫҡа, йә булмаһа, ашағандан һуң бер-ике сәғәт үткәс кенә эсеү фарыз.

 

Цинкка бай ризыҡтар

 

Ҡыҙыл ит, ҡуҙаҡлылар, сәтлә­үек, устри­цалар һәм диңгеҙ ҡыҫалаһы – был ашамлыҡтарҙа беҙҙең иммун системаһы өсөн мөһим бул­ған цинк күп. Тик ҡайһы бер эксперттар иҫкәртеүенсә, ул ри­зыҡтарҙы ҡәһүә менән түгел, ә сәйгә ҡушып ашау яҡшыраҡ, сөнки эсемлектә булған дуплау матдәләре, цинк менән бәйлә­нешкә инеп, организмдан бәүел менән бергә сығарыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта күп ҡәһүә эсеп, цинкты үҙләштереүгә кире тәьҫир итеүегеҙ бар.

 

Соя, ноғот, борсаҡ һәм яҫмыҡ

 

Был продукттар составында веган һәм вегетариан рационға  өҫтөнлөк биргән кешеләр өсөн төп тимер сығанағы – сос­тавында   ҡан булмаған тимер бар. Цинк кеүек, тимер ҙә, ҡәһүәләге дуплау мат­дәләре менән бәйләнешкә инеп, организм тарафынан үҙләштерел­мәүе ихтимал.

 

Ҡайһы ризыҡты сәйгә ҡушып ашарға ярамай?

 

Һөт

Сәйҙә булған файҙалы матдә­ләрҙең береһе – катехин антиоксиданттары беҙҙең күҙәнәк­тәр­ҙе ҡаҡшатҡан ирекле радикалдар йоғонтоһон нейтрал­ләш­терә. Шулай уҡ йөрәк-ҡан тамыр­ҙарына ярҙам итә, шәкәр ауырыуы хәүефен кәметә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер тикшеренеүҙәр шуны раҫлай: һөттә булған аҡһым – казеин – сәйҙәге антиоксиданттар менән ҡатышып, уларҙың әүҙемлеген “туҡтатырға” мөмкин.

Майлы ит

Туҡланыу буйынса күп тәҡ­дим­дәрҙә төшкө аштан һуң бер шәшке сәй эсергә кәңәш ителә, йәнәһе лә, эсемлектә булған мат­дәләр метаболизм эшмәкәрлеген, аш һеңдереүҙе яҡшырта, орга­низмға майҙарҙы яҡшы­раҡ үҙ­ләш­терергә ярҙам итә. Шулай ҙа бер нескәлек бар: эсемлектең темпе­ра­ту­раһы юға­ры бу­лырға тейеш түгел.

Әгәр ҙә майлы ризыҡ, би­герәк тә ит аша­ғандан һуң сәй эсһәң, беҙҙең һаулыҡҡа майҙың негатив тәьҫире көсәйәсәк.

Составында тимер булған ризыҡтар

Ҡыҙыл ит, йөрәк йәки бауыр, брокколи, зәйтүн, зәйтүн майы, шпинат, диңгеҙ аҙыҡтары һәм балыҡтың ҡайһы бер төрҙәре – бөтәһе лә тимергә бай, шуға күрә уларҙы сәйгә (бигерәк тә йәше­ленә) ҡушып ашарға ярамай.

Ни өсөн? Пенсильвания университеты белгестәренең сыс­ҡандарҙа үткәргән тәжрибәһе күрһәтеүенсә, тимер молекулалары йәшел сәйҙә булған төп антиоксидант – галлат эпигаллокатехины менән бәйләнешкә ине­үе ихтимал. Һөҙөмтәлә күп­мелер ваҡытҡа ярһытыусыларға ҡаршы аҡ күҙәнәктәр бүлеп сы­ғар­ған елһенеү ферментының әүҙем­леге кәмей. Әгәр ҙә фермент нормаға ярашлы бүленеп сыҡһа, организм эсәктәр һәм ашҡаҙанда булған ялҡынһыныу реакциялары процесына ҡаршы тора ала. Тимергә бай булған аҙыҡтан һуң йә­шел сәй эсһәң, күпмелер ваҡытҡа процесс кәме­йәсәк, йә булмаһа, бөтөнләйгә туҡталып ҡаласаҡ. Тимәк, ялҡын­һыныуҙың көсәйеү хәүефе арта.

Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА

Читайте нас