

АҠШ белгесе Эмили МакДональд йоҡонан уянғас та смартфон һәм башҡа гаджеттарҙы ҡулланмаҫҡа кәңәш итә, сөнки улар мейегә насар йоғонто яһай. Ул заманса технологияларҙың кешегә тәьҫире хаҡында һөйләне.
МакДональд биш төрлө мейе тулҡыны – дельта, тета, альфа, бета һәм гамма булыуын аңлатты. Нейробиолог әйтеүенсә, уянғас та аҡрын, тигеҙ тета- һәм альфа-тулҡындарҙың әүҙемлеге күҙәтелә.
“Был ваҡытта аңыбыҙ мәғлүмәтте еңел үҙләштерә”, – тине белгес.
Телефондан иртә менән һөйләшеү йә яңылыҡтар уҡыу бета-тулҡындарға күсеүҙе тиҙләтеүе мөмкин, ти нейробиолог. Был тулҡындар иһә мөһим мәсьәләләр сискәндә артыҡ иғтибар талап ителгән эштәр өсөн яуаплы. МакДональд фекеренсә, иртән телефонды ҡулланыу мейе эшмәкәрлеген көсөргәнешле ритмға көйләй.
“Өҫтәүенә иртәнсәк смартфон ҡулланғанда дофамин бүленә, ә ул иһә социаль селтәрҙәрҙе һәм хәбәрҙәрҙе һәр ваҡыт тикшерергә мәжбүр итә”, – тип билдәләне ул.
Белгес иртәнге сәғәттәрҙе файҙалы ашамлыҡтар әҙерләүгә, яҡшы уйҙарға йүнәлтергә кәңәш бирә. Уның әйтеүенсә, уянғандан һуң 30 – 60 минут үткәс кенә смартфонды ҡулға алырға мөмкин.
Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА