

Йәйге иртәлә сәтләүектәр менән смузи, һалҡын бутҡа ашарға мөмкин. Иртәнге аштың йылы булыуы мөһим түгел. Был турала диетолог Оксана Панова аңлатма бирҙе.
Ул һоло ярмаһына һыу йәки йогурт ҡойоп, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуйырға тәҡдим итә. Был осраҡта йоҡонан тороуға иртәнге аш әҙер була.
Иртәнге аш, туҡлыҡлы булыу менән бер рәттән, айырым ризыҡтар ярҙамында организм эшмәкәрлеген яҡшырта, көс-дәрт бирә. Мәҫәлән, емеш-еләк менән йогурт эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яйға һала.
Эндокринолог Наталья Лазуренко билдәләүенсә, иртәнге аш һәм йәшел сәй оҙаҡ йәшәүгә булышлыҡ итә.
Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА