Сәләмәт булайыҡ
27 Июль 2023, 02:00

Бауырҙы нисек һаҡларғә?

24 – 30 июлдә бауыр сирҙәрен иҫкәртеү аҙналығы бара

Бауырҙы нисек һаҡларғә?Бауырҙы нисек һаҡларғә?
Бауырҙы нисек һаҡларғә?

Сара Гепатит менән көрәш халыҡ-ара көнөнә арнала. Был дата 28 июлдә билдәләнә.

Гепатит – ул бауырҙың елһенеүе. Һөҙөмтәлә уның күҙәнәктәре “емерелә”, быға төрлө инфекциялар, алкоголле эсемлектәр, майлы ашамлыҡтар менән мауығыу, ағыуланыу, шул иҫәптән дарыуҙарҙан да, тағы дөрөҫ тормош алып бармау сәбәпсе.

Вируслы гепатит көнүҙәк була ҡала. Был, нигеҙҙә, халыҡтың һәм ҡайһы бер осраҡта медицина хеҙмәткәрҙәренең инфекцияны иҫкәртеү ысулдары тураһында белмәүенә бәйле. Тағы В гепатитына ҡаршы вакцинациялауҙың етмәүе менән бәйле.

Һимеҙлек артҡан осорҙа бауырҙың алкоголдән булмаған, майлы “төрөн” иҫкәртеү, диагноз ҡуйыу һәм дауалау мөһим. Төп иҫкәртеү саралары – дөрөҫ туҡланыу һәм әүҙем хәрәкәт итеү.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас