Сәләмәт булайыҡ
4 Август 2023, 08:08

Ҡояш һуғамы, әллә башҡа эҫе ҡабамы?

Нәсих Хәлисов этюды.Нәсих Хәлисов этюды.
Фото:Нәсих Хәлисов этюды.

Урамда шул тиклем эҫе. Был ваҡытта берәүҙәр йылға-күл буйына ашыға, икенселәр күләгәлә ҡалыуҙы хуп күрә. Тәүгеләренә эҫе ҡояш нурҙарында күп булмаҫҡа кәңәш ителә, юғиһә ҡояштың һуғыуы йәки башҡа эҫе ҡабыуы ихтимал.

“Роспотребнадзор”ҙың Баш­ҡорт­остан буйынса идаралы­ғынан хәбәр итеүҙәренсә, эҫе ваҡытта күберәк һыу эсергә кәрәк. Әйткәндәй, кем ныҡ тирләй икән, тимәк, организмда электролиттар – К, Na, Mg, Cl иондары кәмей, шуға ундайҙарға күберәк йәшел­сәнән яһалған салат, һутлы емеш-еләк ашарға кәңәш ителә. Тағы шуға иғтибар итегеҙ: һыу эске килеү тойғоһо ғына һыуһыҙ­лан­ыуҙы аңлатмай. Тағы баш әйләнеү, арыу, баш ауыртыуы ла бындай хәлдең сәбәптәре булырға мөмкин. Иҫ юғалтыу, пульстың кәмеүе, йыш тын алыу, тәндең ҡыҙарыуы, эҫе, ҡоро тән, температураның 40-тан артыуы  ихтимал һәм башҡа хәлдәр ҙә теркәлә. Эҫе ваҡытта йыш һәм аҙлап һыу эсеү кәңәш ителә. Уның да бүлмә темпера­тураһында булыуы яҡшы. Татлы эсемлектәргә, ҡәһүәгә ҡарағанда ябай һыу эсеү файҙалыраҡ. Ә бына алкоголле эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартығыҙ.

 

Ныҡ ҡыҙҙырған ҡояштан ҡасығыҙ!

 

Ультрафиолет индексы – ультрафиолет нурланыуы күрһәткесе. Уның кимәле ҙур булған һайын организм өсөн ҡурҡынысыраҡ. Ә уның тураһында “Һауа торошо” ҡушымта­һында йәки интернет аша белергә була.

Мәҫәлән, был күрһәткес 3–7 икән, тимәк, был кеше өсөн иртәнге 11-ҙән алып төшкә тиклем ҡояш нурҙары хәүефлерәк. Урамға сығыр алдынан тәндең асыҡ өлөшөнә SPF-15 булған, ҡояштан һаҡлаған крем һөртөү зарур. Бынан тыш, баш кейеме һәм ҡояштан һаҡлаған күҙлек кейергә онотмағыҙ.

Күрһәткес 8 һәм унан да күберәк булһа, күләгәлә торорға, тәнде ҡояштан һаҡлаған кейем, эшләпә, күҙлек кейергә кәңәш ителә.

 

Елләткес йәки кондиционер файҙаланығыҙ!

 

Тынсыу, тын алыу ауыр булған биналарҙа һауа әйләнеше өсөн елләткес йәки кондиционер файҙаланырға кәңәш итәләр. Ҡояш нур­ҙары ныҡлап ҡыҙҙырған һайын тәҙрә жалюзи­йын йәки шаршауын ябырға ла онотмағыҙ.

Бынан тыш, эҫе ҡояштан һаҡланыуҙың түбәндәге төрҙәре лә бар. Улар – аяҡты һалҡын һыуға тығып ултырыу, еүеш таҫтамал менән һөртөнөү, душҡа кереү һәм үҙең менән  һыу тултырылған пульверизатор алып йөрөү.

 

Водителдәр иғтибарына!

 

Йәй көнө ишектәре, тәҙрәләре ябылған автомобилдә һауа ныҡ тиҙ йылына. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, бына ошондай хәлдә бәләкәй бала­лар­ҙың һәләк булыу осраҡтары теркәлә. Йорт хайуандарының да ошо сәбәпле үлеүе ихтимал.

Ғөмүмән, үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ тура­һында хәстәрлек күрегеҙ. Бигерәк тә оло йәш­тә­геләрҙең һәм бәләкәстәрҙең һаулығы даими иғтибар үҙәгендә булһын. Юғиһә баш­ҡа эҫе ҡабыуы йәки ҡояш һуғыуы ихтимал.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас