Сәләмәт булайыҡ
4 Август 2023, 08:11

Ябай ғына ғәмәлдәр, тип инҡар итмәгеҙ

dairagazite.rudairagazite.ru
Фото:dairagazite.ru

Ғүмер кешегә бер тапҡыр ғына бүләк ителә. Уның һәр көнөнөң ҡәҙерен белеп, бәхетле булып, шатлыҡ-ҡыуанысҡа төрөнөп йәшәүгә бер ни етмәй! Ә бының нигеҙе, әлбиттә, һаулыҡ, шуға күрә уға һаҡсыл ҡараш бала саҡтан һалынырға тейеш.

Көн һайын иртән физик күнек­мәләр эшләүҙең сәләмәтлек өсөн файҙалы икәнлеген һәр кем яҡшы белә. Тик бына уны барыһы ла атҡарамы икән? Мәҫәлән, сүкәйеү – был ғәмәлдәрҙең иң мөһимдә­ренең береһе, ошо күнекмәнән тубыҡ яҙылып ҡала. Ә аяҡтың бөгөлөшө 90 градустан артмаҫҡа тейешлеген беләһегеҙме? Юғиһә  иҙәнгә еткәнсе сүкәйгән ваҡытта ҡан тамырҙары ныҡ ҡыҫыла, һөҙөмтәлә варикоз, тромбоз һәм башҡа ауырыуҙарҙың килеп сығыуы ихтимал.

Элек-электән халҡыбыҙҙа “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән әйтем бар. Иммунитетты нығытыу өсөн күберәк йәйәү йөрөү, лифттан файҙаланмау, ябай ғына физик күнегеүҙәр яһау зарур. Быларҙы үтәү өсөн хатта аҡса ла кәрәкмәй, ни бары йыбанмағыҙ һәм көн һайын эшләргә тырышығыҙ.

Ошондай ябай ғына ғәмәл­дәрҙең кеше сәләмәтлеге өсөн файҙалы икәнлеге тураһында табиптар ҙа йыш иҫкәртә һәм улар, мөмкинлек булғанда, халыҡ менән осрашырға сыға. Бына шундай үҙенсәлекле сара Ҡырмыҫҡалы районында үткәрелде.

– Беҙҙең төп бурыс – халыҡ өсөн асыҡ булыу һәм, район халҡының сирләй башлағанын көтөп тормайынса, даими рәүештә тикшерелеүенә һәм сәләмәтлеген ҡайғыртыуына булышлыҡ итеү. Беҙ бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәреүҙе планлаштырабыҙ, – тине Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауахана­һының баш табибы Азамат Ғәлиев.

Паркка йыйылған медицина хеҙмәткәрҙәре иң тәүҙә дауалау физкультураһы инструкторы Марсель Ҡолбахтин етәкселегендә, дәртле көйҙәр оҙатыуында физик күнекмәләр эшләп алды. Уларға бәләкәй балалар ҙа ҡушылды. Артабан акцияла ҡатнашыусылар Азамат Әмирйән улы етәкселе­гендә билдәле маршрут буйынса йәйәүләп китте. Атлап барған саҡта баш табипҡа төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр һәм ошондай матур акция үткәреүҙәренә рәхмәт әйтеүселәр күп булды. Шул уҡ ва­ҡытта һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәр­ҙәре үҙҙәренең төп эштәрен дә онотманы – диспансер­лаштырыу­ҙың кәрәклеге, эскелек һәм тәмәке тартыуҙың сәләмәтлек өсөн зыяны, кәүҙәнең артыҡ ауырлығын булдырмау хаҡында ҡулланмаларҙы таратты. Тағы был көндә һәр кеше кардиолог, онколог, неврологтарҙан кәңәштәр алыу мөмкинлегенә эйә булды.

Аҙаҡ сәләмәтлек маршруты велосипедтарҙа дауам итте. Шулай итеп, сарала ҡатнашыусылар был көндө һаулығы өсөн файҙалы үткәрҙе.

 Айһылыу НИЗАМОВА

Ҡырмыҫҡалы районы.

Читайте нас