Сәләмәт булайыҡ
8 Август 2023, 03:00

Алтынсы бармағын ҡырҡҡандар

Юғиһә ул атларға ҡамасаулаған һәм бихисап мәшәҡәттәр тыуҙырған...

Алтынсы бармағын ҡырҡҡандарАлтынсы бармағын ҡырҡҡандар
Алтынсы бармағын ҡырҡҡандар

Өфөләге 17-се ҡала балалар дауаханаһында үҙенсәлекле операция эшләгәндәр – баланың аяғындағы алтынсы бармағын ҡырҡҡандар. Юғиһә ул бәләкәскә атларға ҡамасаулаған һәм бынан тыш бихисап мәшәҡәттәр тыуҙырған.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бала полидактилия менән йонсоған. Был – бала үҫешендәге етешһеҙлек. Белгестәр артропластика яһаған. Әмәлиәт уңышлы атҡарылған, тимәк, хәҙер бәпес рәхәтләнеп йәшәйәсәк.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас