

Быйыл был процедуралар 1984, 1987, 1990, 1993, 1996, 1999, 2002 һәм 2005 йылдарҙа тыуғандар өсөн үткәрелә. Министр урынбаҫары шулай уҡ 18-ҙән 39 йәшкә тиклемгеләргә - өс йылға бер тапҡыр, ә 40 йәштән һуң йыл һайын диспансерлаштырыу үтеү мотлаҡлығы тураһында әйтте. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, комплекслы тикшереү бушлай атҡарыла. Яҙылыу өсөн урындағы поликлиникаға мөрәжәғәт итергә һәм үҙең менән Рәсәй гражданы паспортын, Мотлаҡ медицина страховкһы полисын алырға кәрәк.
“Диспансерлаштырыу пациентҡа анкета тултырыуҙы, буй, тән ауырлығы индексын үлсәүҙе, холестерин һәм глюкозаға ҡан анализын биреүҙе, ЭКГ һәм күҙҙәге ҡан баҫымын үлсәүҙе үҙ эсенә ала. Ниндәй ҙә хроник сирҙәрҙең барлығы асыҡланһа, мәҫәлән, ҡан әйләнеше сире, шәкәр диабеты, яман шеш, медицина иҫкәртеүе ойошмаһынан пациент өҫтәмә тикшереүгә һәм терапевҡа йәки башҡа белгестәргә консультацияға ебәрелә”, - тине Елена Ғәлимуллина.
Фото: “Башинформ”.