Сәләмәт булайыҡ
16 Август 2023, 14:00

Ҡауынды дөрөҫ ашамау сиргә килтерә

Был турала белә инегеҙме?

Ҡауынды дөрөҫ ашамау сиргә килтерәҠауынды дөрөҫ ашамау сиргә килтерә
Ҡауынды дөрөҫ ашамау сиргә килтерә

Был турала белә инегеҙме?

Ҡауын – күп витаминдар сығанағы. Унда С төркөмө, А, В төркөмө, РР  витаминдары ныҡ күп. РР витаминының башҡа витаминдар менән рәттән күп булыуы бик яҡшы түгел, сөнки көслө ҡушылмалар ашҡаҙандың асыҡ яраһы сиренә килтереүе ихтимал, шуға был емеште әҙләп – бер ашағанда 200 грамдан да арттырмаҫҡа кәңәш итә диетологтар. Тағы бер үҙенсәлеге иғтибарға лайыҡ: ҡауын башҡа аҙыҡ-түлек менән яраша алмай. Туҡланғандан һуң ике сәғәт ваҡыт үткәс кенә был татлы емеште ашарға мөмкин.

Ә ҡарбуз менән хәл башҡаса. Ул ашҡаҙанда ялҡынһыныу тыуҙырмай, шуға төп аҙыҡтан һуң да уны десерт рәүешендә ҡулланырға мөмкин. Иң мөһиме – өлгөргәнен, тәмлеһен һайлап алырға ғына кәрәк.

Фото:

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас