

Йөклөлөк йәш әсәйҙең һаулығына ҙур йоғонто яһай. Гормональ фон үҙгәреш кисерә, шулай уҡ бәпәйҙең үҫешенә исраф ителгән ресурсты тулыландырыу мөһим. Бәләкәй генә сабыйҙы имеҙеүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Бар нәмә үҙ яйына ҡайтҡансы, ҡатын-ҡыҙ төрлө проблемаларға тап була. Мәҫәлән, ҡапыл ғына сәс ҡойола башлай. Был осраҡта ни эшләргә?
Гормональ фондың үҙгәреүе бәпес тапҡандан һуң да дауам итә. Организмда эстроген һәм прогестерон, шулай уҡ ҡан күләме кәмей һәм ҡан әйләнешенең тиҙлеге яйлана. Сәс ҡойолоу уның үҫеш циклдарының боҙолған балансы менән бәйле. Бала тапҡандан һуң витаминдар етмәү сәбәпле, сәстәр телоген, йәғни “тыныслыҡ” стадияһына күсеп, ҡойола башлай.
Сәс ҡойолоу бер йылға тиклем һуҙылырға мөмкин. Уларға ваҡытында ярҙам итмәгән осраҡта хроник формаға күсеүе лә ихтимал. Был бигерәк тә йәш әсәнең йоҡоһо туймағанда, стрестан ыҙалаған осраҡтарында йыш осрай.
Сәстәргә нисек ярҙам итергә?
Ғәҙәттә, сәс ҡойолғанда медикаментоз терапия кәрәкмәй – организмды һәм сәс тамырҙарын файҙалы матдәләр менән байытыу ҙа етә. Рационда тимер, аҡһым, цинк, витаминдар (бигерәк тә Е һәм С) күләме етерлек булырға тейеш. Шулай уҡ витамин-минераль комплекстарын ҡабул итеү һәм дөрөҫ туҡланыу мөһим.
Сәсте даими рәүештә йыуып, баш тиреһенә массаж яһау ҙа артыҡ булмаҫ. Бының өсөн махсус щетка менән дә ҡулланырға мөмкин. Ысул сәс фолликулаларына күберәк туҡлыҡлы элементтар ебәрергә булышлыҡ итә.
Әгәр ҙә сәстәр ойошһа, йыуған саҡта кондиционер һөрткәндән һуң ипләп кенә тарағыҙ. Дымлы сәсте тарау тыйыла.
Сәстәрегеҙ оҙон булһа, айына бер тапҡыр остарын ҡырҡырға мөмкин. Сәстәр еңеләйеү һөҙөмтәһендә улар һирәгерәк ҡойола башлар.
Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА