Сәләмәт булайыҡ
18 Август 2023, 06:18

Иртәгеҙҙе йылы һыуҙан башлағыҙ...

Үт ҡыуығы торошо яҡшырыр.

sovet-ok.rusovet-ok.ru
Фото:sovet-ok.ru

Медицина фәндәре кандидаты, табип-эндокринолог Зөһрә Павлова иртән бер стакан йылы һыу эсеүҙең файҙаһы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, был үт ҡыуығы эшмәкәрлеген яҡшырта.

Иртән йылы һыу эскәндә шыйыҡ­саның температураһын да күҙ уңын­да тотоу мөһим. Һыуыҡ һыу спазмдар барлыҡҡа килтерә, ти эндокринолог. “Беҙҙең организмда һәр ваҡыт +38 градус, шуға күрә бүлмә температураһындағы һыу ҙа һыуыҡ буласаҡ. Һыу ни тиклем һыуығыраҡ, организмда спазмдар шул тиклем көслөрәк була”, – ти табип.

Павлова әйтеүенсә, үт эсәк гормондары эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә һәм майҙарҙы үҙләштереүҙә мөһим элемент булып тора, тап шуның өсөн уның дөрөҫ циркуля­цияһы бөтә организм өсөн бик мөһим. “Аҙ хәрәкәт итеү һәм дөрөҫ туҡланмау үт ҡыуығына ҡағылышлы проблемаларҙы барлыҡҡа килтерә. Ас ҡарынға бер стакан һыу эсеү, ысынлап та, хәлде яҡшырта”, – тип билдәләне табип.

Зөһрә Павлова көн барышында ла шулай уҡ йылы һыу эсергә кәңәш итә. Быны көндәлек ғәҙәткә индерер өсөн матур термос һатып алығыҙ, ти ул.

Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА

Читайте нас