Сәләмәт булайыҡ
18 Август 2023, 06:16

Иртән уяныуға күҙ ҡабағы шешә...

Унан нисек ҡотолорға?

pinterest.compinterest.com
Фото:pinterest.com

Күҙҙең аҫҡы ҡабағы шешенеүе яҡшы күренеш түгел. Әгәр ҙә был тоҙло аҙыҡ ашауға йәки спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға бәйле булмаһа, мотлаҡ рәүештә тикшерелергә кәрәк.

Иң тәүҙә терапевҡа барып, ниндәй анализдар бирергә кә­рәклеген белешегеҙ. Тәү сиратта бөйөр, йөрәк-ҡан систе­маһы, шәкәр диабетына ҡағы­лыш­лы проблемаларҙың булыу-булмауын тикшерергә кәрәк.

Шулай уҡ сәләмәт тормош алып бармау ҙа күҙ ҡабаҡ­тарының шешеүенә килтереүе мөмкин. Рационда алкоголь, тоҙло йә шәрбәтле ашамлыҡ­тарҙың күп булыуы организмдан шыйыҡса сығарыуҙы тотҡарлай. Иң тәүҙә һыу эсеүҙе тәртипкә һалырға кәрәк. Тәүлек нормаһы –  бер килограмға 21-43 миллиграмм һыу эсеү мотлаҡ.

Рационда аҡһым һәм күҙә­нәктәрҙең етмәүе лә шешенеүгә алып килә. Быға юл ҡуймаҫ өсөн ашауҙы яйға һалырға, фаст-фуд һәм тиҙ үҙләштерелгән углеводтар менән мауыҡмаҫҡа кәрәк.

Шулай уҡ йоҡлауға ҙур иғти­бар бүлегеҙ: ортопедик мендәр һәм матрастар ҡулланырға ты­рышығыҙ. Кремды йоҡоға тиклем ярты сәғәт алдан һөртөү кәңәш ителә.

Шулай ҙа йоҡонан торғанда күҙҙең аҫҡы ҡабаҡтары шешһә, контраст душ инегеҙ, сөнки ул микроциркуляцияны яҡшырта. Шулай уҡ туҡыма битлектәр, массаж да ярҙам итер.

Сәләмәт кешеләргә аяҡ остарында лимфодренажлы һикереү ҙә ярҙам итә. Тик бөйөрҙә хроник ауырыуҙар, гипертония, артыҡ ауырлығы булғандарға бик һаҡ булырға кәрәк. Шулай уҡ табип­тың тәғәйенләүенән тыш бәүел ҡыуғыс дарыуҙар эсеү тыйыла. Был һаулығығыҙға ҙур зыян килтереүе мөмкин.

Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА

Читайте нас