Сәләмәт булайыҡ
18 Август 2023, 06:29

Көн һайын алма ашағыҙ

Ул күп сирҙәрҙән һаҡлай.

fastbox.sufastbox.su
Фото:fastbox.su

Алманы Рәсәй халҡы рационында бик йыш осратырға була, шуға күрә беҙ уларҙы авокадо йәки чиа орлоҡтары кеүек “супер” емеш-еләк һымаҡ ҡабул итмәйбеҙ. Ысынында алма экзотик емеш-еләктәргә ҡара­ғанда ла файҙалыраҡ.

l Онкология сирҙәренән һаҡлай. Алмала антиоксиданттарға бай бул­ған С витамины күп. Билдәле булыуынса, улар яман шеш күҙә­нәктәре барлыҡҡа килеүен тот­ҡарлай.

l Ҡан тамырҙарының торошон яҡшырта. Көн һайын алма ашаһа­ғыҙ, гипертония, инфаркт һәм инсульт хәүе­фе кәмей. Шулай уҡ алмала ҡан тамырҙары өсөн мөһим булған калий күп. Көн һайын бер алма ашау һөҙөмтәһен­дә йөрәк нығына, варикоз ауырыу­ҙары иҫкәртелә, ҡан тамыр­ҙары таҙара.

l Ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеген яҡ­шырта. Алмала, бигерәк тә уның орло­ғонда, йод күп.

l Артыҡ килограмдарҙан ҡото­лор­ға ярҙам итә. Алма файҙалы күҙәнәк­тәргә бай, шуға күрә ул оҙаҡ үҙләш­терелә. Һөҙөмтәлә кеше тиҙ асыҡмай.

l Тире торошо яҡ­шыра. Алма­ла пектин матдәһе күп. Шулай уҡ ул тиҙ ҡар­тайыуға ҡар­шы торорға яр­ҙам итә.

Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА

Читайте нас