Сәләмәт булайыҡ
18 Август 2023, 06:30

Йәйге көндә туҡланыу серҙәре

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Эҫе көндәрҙә ярымфабрикаттар, һөт ризыҡтары һәм аҡһым-углеводлы ашам­лыҡтар ҡулланыуҙан тыйылып тороғоҙ. Был осраҡта табип-диетолог Марина Макишаның кәңәштәрен файҙаланығыҙ.

Тәү сиратта һаҡланыу мөҙҙәте оҙаҡ булмаған ашамлыҡтарҙы ҡулланғанда һаҡ булырға кәрәк. “Бындай төрҙәргә составында татлы ризыҡтар булған һөт, кефир, йогурт инә. Десерттарҙы алғас та, тиҙ генә ашап бөтөргә кәрәк”, – ти табип.

Шулай уҡ ул составында йомортҡа, колбаса һәм майонез булған салаттар әҙерләмәҫкә ҡуша, сөнки бындай ашамлыҡтарҙа бактериялар бик тиҙ тарала. Эҫе көндәрҙә салаттағы йәшелсәләрҙең дә тиҙерәк иҫкереүен күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.

Диетолог билдәләүенсә, колбаса, составында балыҡ һәм ит булған ярымфабрикаттарҙы һатып алғанда, иғтибарлы булырға кәрәк. Шулай уҡ эҫелә шәрбәт эсемлектәр эсеү организмға зыян килтерә. Улар һыу балансын ваҡытында тергеҙмәй һәм кәүҙәгеҙгә зыян килтерә.

Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА

Читайте нас