

Өс ҡатлы был бина 24 койкаға иҫәпләнгән. Унда шулай уҡ сменаһына 150 урынлыҡ диагностика корпусы һәм травпункт та буласаҡ, бында көн һайын 70 сирле мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, бинала рентген бүлексәһе, экспресс-лаборатория, операция блогы һәм реанимация ла урынлашасаҡ.
Әлеге ваҡытта хирургик, травматологик йүнәлештәге сирлеләргә иҫке бинала ярҙам күрһәтелә.
Объектты төҙөүгә республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 116,7 миллион һум бүленгән.
“Эште дауам итәбеҙ, бер юлы проектҡа төҙәтмәләр индерәбеҙ. Миҙгелдең ҡалған өлөшөндә күп нәмәне башҡара аласаҡбыҙ, яҙға табан объект тулыһынса эшләнәсәк”, – тине Андрей Назаров.
Фото: БР Хөкүмәте сайты.