Сәләмәт булайыҡ
25 Август 2023, 11:03

Ҡара миләш ҡара ҡарағаттан күпкә файҙалы

vk.com/wall-127768581_117vk.com/wall-127768581_117
Фото:vk.com/wall-127768581_117

Унда кеше организмы өсөн кәрәкле В1, В2, Рр, С витаминдары бар. Өҫтәүенә йод, органик кислоталар һәм аҡһым күп. Был емеште ҡара ҡарағат менән сағыштырғанда күпкә файҙалыраҡ, тиҙәр.

Бешкән ҡара миләш ҡан ағыуҙы туҡтата. Тағы был емеш бауыр эш­мәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты нығыта, ҡан баҫымын нор­малләштерә. Бынан тыш, уның әл­лә күпме файҙалы яҡтары барлығы асыҡланған. Тик шуны хәтерҙән сығарырға ярамай: уны дауаланыу сараһы булараҡ ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк.

Ҡара миләш төрлө ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы һәләтле, юғары уңыш биреүсән. Унан ҡай­нат­ма, һут, компот та әҙерләйҙәр.

Август-сентябрь айҙарында ҡара миләштең емеше өлгөрә, шуға тәбиғәт хазинаһын йыйып ҡалығыҙ!

Айһылыу НИЗАМОВА

 

Читайте нас