Сәләмәт булайыҡ
25 Август 2023, 10:59

Ҡатын-ҡыҙ организмы бигерәк тә тәрбиәгә мохтаж

Үҙебеҙҙә арыу тоябыҙ, ниндәйҙер бер аҙыҡты, хатта ҡайһы ваҡыт аҡбур ашағы килә, кәйефебеҙ йыш ҡына үҙгәреүсән икән, организмда ниндәйҙер витаминдың етешмәүе ихтимал. Өҫтәүенә бындай ваҡытта организмдың һаҡланыу функцияһы ла кәмеүсән.

Витамин етешмәү билдәләре:

l физик йәки аҡыл эшмәкәр­легенән һуң тиҙ арыу;

l тәндең көсһөҙләнеүен тойоу;

l йыш сирләү;

l кәйефтең тиҙ төшөүе, деп­рессия;

l хроник сирҙәрҙең аҙыуы;

l ауырығандан һуң оҙаҡ һауығыу;

l сәстең ҡойолоуы, тырнаҡтың һыныуы һәм әкрен үҫеүе;

l тыныс йоҡлай алмау;

l аппетиттың насар булыуы, айырым бер аҙыҡты ашарға теләү;

l баш әйләнеүе, тире ҡороуы һәм башҡалар.

Кеше сәләмәтлегенең күпме ҡояш энергияһын алыуына бәйле икәнлеген дә онотмайыҡ. Өҫтәүенә аҙ хәрәкәтләнеү, вита­миндарға бай емеш-еләк, аҙыҡ-түлек менән даими туҡланмау авитаминоз барлыҡҡа килтерә. Һөҙөм­тәлә организмда матдәләр алмашыныуы әкренәйә, иммунитет көсһөҙләнә, нервы системаһының эшмәкәрлеге боҙола.

Белгестәр әйтеүенсә, был осраҡта туҡланыу тәртибенә иғти­бар итеү зарур, сөнки тап аҙыҡ-түлектән организм үҙенә кәрәкле витаминдарҙы һәм микроэлемент­тарҙы ала. Йәшелсә, еләк-емеш, аҡһымға бай аҙыҡ-түлек ҡулланыу ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Витаминдар эсергә лә кәңәш ителә, әммә уларҙы дауалаусы табип тәғәйен­ләргә тейеш икәнлеге хаҡында онотмайыҡ.

Ҡатын-ҡыҙ организмы бигерәк тә айырым тәрбиәгә мохтаж. Витаминдар етешмәүе сәс, тырнаҡ, тән тиреһе торошонда сағылыш таба. Мәҫәлән, В1 витаминын эсеү организмдағы матдәләр алмашыныуына ыңғай йоғонто яһай, нервы системаһы һәм тире торошон яҡшыртасаҡ, эшсәнлекте артты­рыуға булышлыҡ итәсәк. Ә бына В2 витаминын “йәшлек витамины” тип тә йөрөтәләр, сөнки ул коллаген синтезына ыңғай булышлыҡ итә. Ул, белеүебеҙсә, һырҙарҙы булдырмау өсөн яҡшы.

А витамины ла йәшлекте һәм матурлыҡты мөмкин тиклем оҙа­ғыраҡ һаҡлау өсөн кәрәк. Ул ҡоро тирене дымландыра, коллагендың барлыҡҡа килеүен тиҙләтә.

D витамины – кальциферол – тәндә ҡояш нурҙары ярҙамында барлыҡҡа килә. Кальцийҙың да организм өсөн файҙалы икәнлеге хаҡында онотмайыҡ. Уның һөт аҙыҡтарында күп икәнлеген бик яҡшы беләбеҙ.

Ә бына Е витамины организмды таҙартыу, дөйөм иммунитетты нығы­тыу көсөнә эйә. Цитрус емеш­тәрҙә күп булған С витамины иһә организмдың төрлө сирҙәргә ҡар­шы тороуын арттыра.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас