

Хәйбулла районының Бакаловка ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Ул «Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» федераль проектының «Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» төбәк программаһы сиктәрендә төҙөлгән.
Бина бөтә санитар, янғынға ҡаршы талаптарға яуап бирә, шулай уҡ халыҡтың аҙ хәрәкәт иткән төркөмө өсөн шарттар ҡаралған. Фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса медицина ҡорамалдары һәм «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә мебель менән йыһазландырылған. Динара Күсәкова күп йыллыҡ эш стажы булған фельдшер хәҙер өр-яңы бинала ике йөҙҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.
Һуңғы биш йылда "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә районда бөтәһе 12 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Яҡын араларҙа Бәләкәй Арыҫланғол ауылында ун икенсе өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуы көтөлә.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан