Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Август 2023, 13:00

Ҡан тамырҙарын таҙартам тиһәгеҙ

Түбәндәге кәңәштәр, бәлки, кемгәлер файҙалы булыр.

Ҡан тамырҙарын таҙартам тиһәгеҙ
Ҡан тамырҙарын таҙартам тиһәгеҙ

Хәҙерге заманда йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре киң таралды. Уның менән яфаланыусылар үҙ-үҙҙәренә нисек ярҙам итә ала? Түбәндәге кәңәштәр, бәлки, кемгәлер файҙалы булыр.

Ҡан тамырҙары һығылмалы булһын тиһәгеҙ, ошондай ҡатнашманы яһап ҡулланып ҡарағыҙ. Берәр балғалаҡ лимон һуты, бал һәм көнбағыш майын ҡатнаштырып ас ҡорһаҡҡа эсегеҙ. Дауаланыу ваҡыты – 10 көн. Йә булмаһа, бер балғалаҡ бал, ярты лимондың һутын ҡайнаған йылы һыуҙа болғатып эсегеҙ. Быныһын йоҡлар алдынан ҡулланырға.

Ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн: ит үткәргестән сығарылған ике лимонға ике ҡалаҡ бал өҫтәргә. Яҡшылап бутағас, быяла һауытта бүлмә температураһында бер тәүлеккә ҡалдырырға. Ашар алдынан ике-өс балғалаҡлап ҡабып ҡуйыу ыңғай һөҙөмтә бирер. Сәйгә ҡушып эскәндә лә файҙаһы юғалмай.

Фото: medvoblago.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: