Сәләмәт булайыҡ
2 Сентября 2023, 13:00

Ҡойған ҡағы - юрғандай...

Баймаҡ ҡалаһынан Айһылыу апай Халиҡова алманан ошондай ҡаҡ ҡойған. Ҡаҡтың да ниндәйе бит әле!

Ҡойған ҡағы - юрғандай...Ҡойған ҡағы - юрғандай...
Ҡойған ҡағы - юрғандай...

Быйыл баҡсаларҙа алмаларҙың уңышы һөйөндөрҙө. Күптәр унан рәхәтләнеп ҡаҡ ҡойҙо, икенселәре - һут, ҡайнатма эшләне, кемдер киптерҙе. Ә бына Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Айһылыу Халиҡова юрғандай ҡаҡ ҡойоп, бар социаль селтәрҙәге төркөмдәргә таралды. Эшлекле ханым оҙаҡ йылдар эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә уңышлы эшләй, баҡса үҫтереп тө өлгөрә, ҡышҡылыҡҡа ҡаҡ та ҡоя! Афарин, Айһылыу апай!

Әйткәндәй, был фото "Юрған хәтлем, уны ҡайҙа һалып киптерҙегеҙ? Ҡара халыҡтың ҡағы торған краска инде, әллә нәмәләр ҡушылған", "Гиннес китабына индерерлек", "Айhылыу апай эшлекле ханым бит ул, бар яҡтан да бик уңған", "Ике ҡышҡа етерлек", "Иҫән- һау ашарға булһын" тигән комментарийҙар менән тулған.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа Айһылыу апай кеүек ҡаҡ ҡойоусылар бармы икән? Әйҙәгеҙ, фотоларығыҙ менән бүлешегеҙ әле.

Фото: "Хазина" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас