Сәләмәт булайыҡ
2 Сентябрь 2023, 08:00

Табынға - кәбеҫтә бәлеше

Бәлеш булған табындан ҡот китмәҫ. Бындай ризыҡтың айырыуса кәбеҫтәнән эшләнгәне һәр кемгә таныш һәм танһыҡтыр. Әйҙәгеҙ, ял көндәрендә уны бешереп, яҡындарығыҙҙы ҡыуандырып алағыҙ.

Табынға - кәбеҫтә бәлешеТабынға - кәбеҫтә бәлеше
Табынға - кәбеҫтә бәлеше

Кәбеҫтәнән бәлеш эшләү өсөн беҙгә кәрәк:
Ярты баш кәбеҫтә
Бер баш һуған
60 г аҡ май
3 йомортҡа
6-7 (тулы) аш ҡалағы он
5 аш ҡалағы ҡаймаҡ
3 аш ҡалағы майонез
Тәменсә тоҙ, борос,
Бер ҡап ҡабартҡыс (разрыхлитель)
Үҫемлек майы
Әҙерләү :
Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турайбыҙ ҙа ҡул менән иҙәбеҙ.
 Ваҡ итеп ҡырҡылған һуған, тоҙ һәм борос өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ.
Йомортҡа, ҡаймаҡ, майонез, он, ҡабартҡыс (разрыхлитель) ҡушып ҡамыр эшләйбеҙ.
Ҡамыр ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш.
Табаны майлайбыҙ (ситтәрен дә майлау мотлаҡ).
Ҡамырҙың 1/3 өлөшөн ҡоябыҙ ҙа эслекте һалабыҙ.
Аҡ майҙы ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, кәбеҫтә өҫтөнә ҡуйып сығабыҙ.
Ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ ҙа 200 градус эҫелектәге мейескә 40-50 минутҡа ҡуябыҙ.
Ялдарығыҙ матур үтһен, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото һәм текст сығанағы: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас