

Үҙәк көйгәндә сода яла, ти торғайнылар. Сода ашҡаҙан кислотаһын етерлек күләмдә эшләп сығарыуға ярҙам итә икән.
Бынан тыш, сода бөйөрҙәргә йоғонто яһай. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына һабышыу ихтималлығын кәметә.
Эксперттар бындай һөҙөмтәләргә тикшеренеү үткәргәндән һуң килгән.
Содаға бәйле файҙалы кәңәштәр:
* Ҡоро йүтәл борсоғанда 1 стакан йылы һөткә 1 сәй ҡалағы аш содаһы һалып болғаталар һәм әкренләп эсәләр.
* Конъюнктивит булғанда мамыҡ дискты содалы эретмәлә сылатып күҙҙе һөртөп алалар.
* 0,5 сәй ҡалағы соданы һыуға болғатып эсеү аритмия өйәнәген баҫа.
* 0,5 сәй ҡалағы сода менән 1 сәй ҡалағы тоҙҙо 1 литр ҡайнар һыуға һалып болғаталар. Эретмәне транспортта барғанда күңел болғанһа, ағыуланғанда һәр 5 минут һайын 1-әр аш ҡалағы эсәләр.
* Тирләгәндә содалы эретмә менән йыуыныу тир биҙҙәренең эшмәкәрлеген кәметә.
*Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда 1 стакан һөткә 2 семтем сода һалып эсергә була.
*Аш содаһы аяҡтағы бәшмәктәрҙе үлтереүгә һәләтле. Уның өсөн 1 аш ҡалағы соданы аҙ ғына һыуға һалып болғаталар һәм шуны бәшмәк зарарлаған урындарға һөртәләр.
Сығанаҡ: vk.com/club214701282