

Төрлө сәк-сәк, бәлештәр бешергән, йәшелсә-емештәрҙән әллә күпме ҡайнатма, һут һәм ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар япҡан Баймаҡ районының иң уңған ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Гөлгөнә Байегетова был юлы "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә алма менән ҡара миләш компотын әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаша.
"Алмаларҙы уртаса ҙурлыҡта алдым, тауыҡ йомортҡаһындай булаларҙыр, был алмалар эре сортлы, араһынан компот өсөн йәтешерәктәрен һайлап алдым. Бик матур, татлы, компот өсөн бик уңайлы улар. Эрерәктәрен уртаға ярҙым.Таҙа итеп йыуылған өс литрлыҡ банкаларҙы духовкала стерилизовать итеп алғандан һуң (кем нисек теләй - шулай эшләй, мин стерилизовать итәм) йыуылған алмалар һалдым, 8-10 дана тирәһе китте. Самалап һалдым, бәлки, күберәк тә киткәндер, банканың ярты өлөшөнә тиклем һалырға тырыштым. Компоттар матур төҫкә инһендәр өсөн һәм тағы ла тәмлерәк булһын тип ҡара миләш тә өҫтәнем (черноплодная рябина), тәлгәше менән ҡуша һалдым, мөмкин тиреп бер устай ғына һалырға, күп кәрәкмәй. Артабан һәр банкаға берәр стакан шәкәр ҡомо һалып сығырға, 250 грамлыҡ стакан алдым.
Ҡайнар һыуҙы алма һәм миләш өҫтөнә ҡойҙом да, тимер ҡапҡастарын өҫтөнә ҡаплап ҡына 20-30 минут самаһы ултыртып торҙом, артабан банкалағы һыуҙарын киренән кәстрүлгә һарҡытып ҡойоп тағы ла бер тапҡыр ҡайнатып сығарып киренән банкаларға алмалар өҫтөнә ҡайнар килеш ҡойғандан һуң, тимер ҡапҡастарын нығытып ябып ҡуйҙым. Әгәр ҙә банка төбөндә шәкәре иҙелмәй ҡалған булһа, банкаларҙы япҡандан һуң өҫтәлгә таҫтамал өҫтөнә ятҡырып тәгәрәтеп алырға мөмкин. Банкаларҙы түңкәреп, йылы әйбергә төрөп һыуынғанса ҡуйып торолдо. Икенсе көн һалҡын ергә ҡышҡылыҡҡа һаҡларға оҙатырға ла мөмкин. Ризыҡҡа яҙһын әҙерләгән эштәребеҙ, имен-һау ҡыуаныстарҙа ғына ашарға яҙһын!"
Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә алма менән ҡара миләш компоты ябып ҡарайыҡ. Әйткәндәй, һеҙ тағы ла ниндәй емештәр менән бергә компоттар ябаһығыҙ? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото һәм сығанаҡ: Гөлгөнә Байегетова