Сәләмәт булайыҡ
10 Сентября 2023, 03:00

Был аҙыҡтар тирене ҡартайта

Был турала тикшеренеүсе ғилем эйәләре нимә ти икән? Ҡарап үтәйек.

Был аҙыҡтар тирене ҡартайтаБыл аҙыҡтар тирене ҡартайта
Был аҙыҡтар тирене ҡартайта

Ҡайһы бер аҙыҡ-түлек организмдың, тимәк, тиренең дә ҡартайтыуын тиҙләтә. Йәшлекте һаҡлайым тиһәгеҙ, туҡланыуҙы яйға һалырға, сәләмәт тормош алып барырға, етәрлек күләмдә һыу эсергә кәрәк.

Ҡәһүә. Составында антиоксиданттар бар – әҙ күләмдә файҙалы. Ә уны йыш эсергә яратыусыларға борсолорға урын бар.  Ҡәһүәне күп ҡулланғанда организмда һыуға ҡытлыҡ тыуа. Был инде тирегә емергес тәьҫир итә: һырҙар барлыҡҡа килә, төҫө тоноҡлана.

Шәкәр. Татлы аҙыҡты күп ҡулланғанда өлгөргән тирегә һытҡы сыға, ул тирене йәмһеҙләй, ҡартайта. Шуның өсөн шәкәр ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк. Уның урынын файҙалы емеш-еләк менән тулыландырыу отошло.

Эшкәртелгән (колбаса, сосиска, тиҙ бешә торған лапша һ.б.), ҡыҙҙырылған аҙыҡ яратыусыларҙың да тиреһе менән проблема башлана.

Фото: novoyefoto.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас