Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин онкология сирҙәре хеҙмәте эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда онкология сирҙәренән үлем 20 проценттан ашыуға кәмегән. 2023 йылдың беренсе ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса ул 100 мең кешегә 151,7 тәшкил иткән (быға тиклемге күрһәткес 100 мең кешегә 183 ине). Үлем күрһәткесе Волга буйы федераль округына ҡарағанда һәм тотош ил буйынса түбәнерәк.
Быйыл беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса республикала онкология ауырыуҙарының артыуы күҙәтелә, был диагностикалауҙың, республика халҡын диспансерлаштырыуҙың сифаты артыуы менән бәйле. Тәүгә 6237 яман шеш осрағы асыҡланған, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 22,1 процентҡа күберәк.
Республика онкология диспансерынан тыш, яман шеш менән сирләгән пациенттарҙы Стәрлетамаҡта район-ара онкология бүлексәһе, 13 амбулатор онкология ярҙамы үҙәге, ике муниципаль-ара медицина онкология үҙәге һәм 66 беренсел онкология кабинеты ҡабул итә. Бынан тыш, Башҡортостанда шешкә ҡаршы дарыуҙар терапияһының 10 бүлексәһе асылған һәм эшләп килә, был пациенттарға өйҙәренә яҡыныраҡ дауаланыу мөмкинлеге бирә. Әлеге ваҡытта онкология диспансерының 10 филиалында 20 мең кеше терапия үтә, тип хәбәр итте Айрат Рәхмәтуллин.
Башҡортостан Башлығы республика халҡын һаулығына иғтибарлы булырға һәм ваҡытында тикшерелеп торорға саҡырҙы.
– Тағы ла халҡыбыҙ үҙ һаулығы хаҡында бер аҙ ҡайғыртып, уяулыҡ күрһәтһен ине. Кешеләргә бының үҙҙәренең һаулыҡ мәсьәләһе икәнен аңлатыу өсөн пропагандистик эште көсәйтергә кәрәк. Үҙебеҙ хаҡында хәстәрлек күрергә бөтә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең бөтә республика буйынса амбулатор үҙәктәр асыуыбыҙ, бәләкәй ҡала һәм район халҡына һәр ваҡыт Өфөгә йөрөргә тура килмәһен өсөн ярайһы ҙур ярҙам күрһәтеүебеҙ. Тик уларҙың нисек эшләгәнен, кешеләргә мөнәсәбәтен һәм дарыуҙар менән нисек эшләгәнен контролдә тотығыҙ. Был мөһим һәм нескә темә”.
Фото: "Башинформ".