Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Сентябрь , 23:00

Эскелек һаҙлығына юлыҡмауҙың бер генә һөҙөмтәле юлы бар...

Алкоголь мейенең эшен туҡтата, интеллектҡа кире йоғонто яһай. Алкоголле эсемлекте даими ҡулланғанда, ... 

Эскелек һаҙлығына юлыҡмауҙың бер генә һөҙөмтәле юлы бар...
Эскелек һаҙлығына юлыҡмауҙың бер генә һөҙөмтәле юлы бар...

11-17 сентябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Алкоголде ҡулланыуҙы  һәм уға бәйле үлем осраҡтарын, сирҙәрҙе кәметеү аҙналығын уҙғара.

Ошоға бәйле ҡайһы бер статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалырға саҡырабыҙ:

* Рәсәй алкоголле эсемлектәр ҡулланыу күләме буйынса донъяла бишенсе урында тора. "Рәсәй – иң күп эскән ил" тигән стереотип раҫланмай: был исемлектә тәүге урындарҙы Литва һәм башҡа Европа илдәре биләй.

* 41 ил дәүләт кимәлендә магазиндарҙа ҡаты алкоголь һатыуҙы тыйған. Улар араһында Һиндостан, Исландия, Мысыр һәм Швеция бар.

* Араҡы – донъяла иң киң таралған алкоголь эсемлеге. Йыл һайын Ер йөҙөндә 5 миллиард литрҙан ашыу араҡы эсәләр! Ә 31 ғинуарҙа араҡының “тыуған көнө” билдәләнә: 1865 йылда, нәҡ ошо көндө Дмитрий Менделеев «Спирттың һыу менән ҡатнашыуы тураһында» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған.

* Алкоголь мейенең эшен туҡтата, интеллектҡа кире йоғонто яһай. Алкоголле эсемлекте даими ҡулланғанда, интеллект күрһәткестәре даими рәүештә түбән буласаҡ.

 * Даими эскән кешенең ғүмере ныҡ ҡыҫҡара. Эскән кешеләр башҡаларҙан уртаса 10-15 йылға аҙыраҡ йәшәй.

* Алкоголь көслө күнегеү тыуҙыра. Уны хатта саҡ ҡына, «үлсәп» кенә ҡулланғанда ла, ошо доза ла бойондороҡлоҡ булдырыуы ихтимал.

*Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла 7-8 миллион кеше эскелектән, 700 мең самаһы Рәсәй гражданы иҫерткес эсемлектәр менән бәйле сәбәптәрҙән вафат була. Рәсәйҙә ирҙәрҙең 30% һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың 15% үлеме спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға туранан-тура йәки ситләтеп бәйле.

* Бауыр циррозынан үлеүселәрҙең 68%, панкреатиттан үлеүселәрҙең 60%, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлеүселәрҙең 23% төп сәбәбен алкоголле эсемлекте артыҡ ҡулланыу тәшкил итә. Ауыр енәйәттәрҙең 90%, юл-транспорт ваҡиғаларының 60% иҫерек килеш яһала.

Эскелек һаҙлығына юлыҡмауҙың бер генә һөҙөмтәле юлы бар – бөтөнләй эсмәгеҙ, айыҡ тормош юлын һайлағыҙ!

Фото: minzdrav.permkrai.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в