2023 йылдың 11 - 17 сентябрендә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алкоголь ҡулланыуҙы һәм уның менән бәйле үлем осраҡтарын, ауырыуҙарҙы кәметеү аҙналығын үткәрә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник наркология диспансеры бүлек мөдире, психиатр-нарколог Светлана Цыганова алкоголизмға ылығыу йәһәтенән хәүеф төркөмдәре һәм алкоголизмға килтереүсе сәбәптәр тураһында һөйләне.
– Алкоголгә психик һәм физик бәйлелеккә барыһынан да алдараҡ балалар һәм үҫмерҙәр дусар була. Улар өлкәндәргә ҡарағанда күпкә тиҙерәк бирешеүсән, йоғонтоға бирелеүсән һәм компания талаптарына яраҡлашыусан. Ә үҫмерҙәр тәүлегенә ҡуллана торған миҡдар күләме бик тиҙ арта, – ти белгес.
Хәүеф төркөмөндә пенсионерҙар ҙа бар: яңғыҙлыҡтан, эшһеҙлектән һәм иғтибар булмағанлыҡтан улар йыш ҡына депрессияға бирелә. Шунан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзеләре психиканың йәберләнгән хәлен алкоголь менән «дауалай» башлай һәм туҡтай алмай, сөнки оло йәштәге кешенең организмы йәш кешегә ҡарағанда тиҙерәк күнегә. Шулай уҡ баш мейеһенең органик зарарланыуы булған кешеләрҙә, мәҫәлән, инсульт һәм йәрәхәт кисергәндәрҙә, алкоголгә бәйлелек бик тиҙ формалаша.
Хәүеф төркөмөнә кешеләр менән эшләүселәрҙе лә индерергә мөмкин, сөнки улар стресҡа нығыраҡ бирешеүсән, тип иҫәпләй белгес. Психологик йөктө улар ҡайһы берҙә алкоголь ҡулланыу юлы менән “дауалай” башлай, әммә миҡдар үҫкән һайын, бәйлелек тә нығына бара.
Мәғлүм булыуынса, ҡатын-ҡыҙҙар эскелеккә ир-егеттәрҙән тиҙерәк бирешә һәм эҙемтәләре күпкә ауырыраҡ була. Светлана Цыганова әйтеүенсә, был физиология ғына бәйле түгел, ә социаль ҡалыптар ҙа ғәйепле, тип иҫәпләй.
Йәмғиәтебеҙ эскелек һаҙлығына батҡан ир-аттарға күпкә түҙемлерәк: уларҙы шунда уҡ бөтә донъя менән «ҡотҡара» башлайҙар. Әгәр ҙә инде «йәшел йылан»дың ҡорбаны ҡатын-ҡыҙ икән, уның эргә-тирәһендәгеләр унан тиҙ генә ваз кисә, яҡындары ояла һәм ул йәмғиәт алдында ситкә ҡағылған әҙәм аҡтығына әйләнә. Һөҙөмтәлә ҡатын-ҡыҙ наркологтарҙың күҙ уңына эскелектең һуңғы стадияһына еткән саҡта эләгә, ә бындай пациенттарға ярҙам итеү бик ауыр.
Наркодиспансер белгесе яҡындарығыҙ ҡапыл алкоголле эсемлектәр ҡулана башлаһа, иғтибарлы булырға кәңәш итә. Ул түбәндәге билдәләргә айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра.
– Әгәр иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланыу йышыраҡ була башлаһа; кеше эсеү өсөн яңынан-яңы сәбәптәр тапһа; спиртлы эсемлектәр сифатына талапсанлығы кәмеһә; эскән килеш үҙ-үҙен контролде юғалтып, артығын эсә башлаһа – саң ҡағырға ваҡыт. Белгескә ни тиклем иртәрәк мөрәжәғәт итһәгеҙ, кешегә ярҙам итә алыу мөмкинлеге лә шул тиклем күберәк, – тип билдәләй Светлана Цыганова. – Сөнки башта психик бәйлелек формалаша, һуңынан ғына ғына физик бәйлелек – был ауырыуҙың киләһе стадияһы.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда алкоголь менән бәйле сәбәптәрҙән вафат булғандар һаны 47,3 мең кеше тәшкил иткән, уларҙың 70% ашыуы – эшкә һәләтле йәштәге халыҡ. Был күрһәткестәр алкоголгә туранан-тура бәйле булмаған үлем осраҡтарын үҙ эсенә алмай: һүҙ ҡайһы бер кардиомиопатиялар, аритмиялар, яман шештең айырым формалары, бауыр ауырыуҙары тураһында бара.
Алкоголь ҡулланыу – үлем осраҡтарының юғары булыуы сәбәбе, ул төрлө ауырыуҙарға, енәйәтселеккә, юл-транспорт ваҡиғаларына, йәрәхәттәргә һәм көнкүреш тормоштағы аяныслы хәлдәргә сәбәпсе булып тора. Бигерәк тә ауыл ерендә иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу ауыр эҙемтәләргә килтерә, ти белгес.
Фото геройҙың шәхси архивынан.