Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Сентябрь , 17:30

Ҡара мышарҙан ҡайнатма

Элек магазин кәштәләрендә был ҡайнатмалар тулып ултыра торған ине...

Ҡара мышарҙан ҡайнатма
Ҡара мышарҙан ҡайнатма

Ҡара мышарҙарҙан ҡайнатма эшләп ҡарағыҙ. Бының өсөн кәрәк:

ҡара мышар 1000 грамм
шәкәр 1200 грамм
һыу 1 стакан
ванилин

Әҙерләү:

емеште йыуабыҙ, япраҡтарҙан һәм ҡоро емеш-еләктән таҙартабыҙ. Бер стакан һыуҙы кәстрүлгә ҡойоп ҡайнатабыҙ.Ҡайнар һыуға емеш-еләкте һалабыҙ һәм әкрен генә болғатабыҙ. Йомшарғансы 5-7 минут ҡайнатабыҙ. Шәкәр өҫтәп болғай-болғай йәнә 15 минут ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, бүлмә температураһында өс сәғәткә ҡалдырып торабыҙ. Ҡуйырған, һыуынған массаны яңынан 15 минут ҡайнатып алабыҙ. Ҡайнатманы эҫе көйөнә банкаларға тултырып, ҡапҡас ябабыҙ.

Ҡыш көнө хуш еҫтәрен таратып, күңелдәрҙе күтәргән, шифаһы менән ҡыуандырған ҡара миләш ҡайнатмаһы барыһына ла оҡшар. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото: gastronom.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в