Мәғлүм булыуынса, Айыҡлыҡ аҙналығы сиктәрендә 14 һәм 15 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем "Ғаилә" үҙәктәренең берҙәм телефонында – 8 800 347 5000 – алкоголь һәм наркотиктар ҡулланыуға бәйле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау, ғаилә низағтарын иҫкәртеү һәм хәл итеү, яҡын кеше өсөн борсолоуҙарҙы, хәүефте еңеү мәсьәләләре буйынса "ҡыҙыу бәйләнеш" эшләйәсәк.
8 800 347 5000 телефоны буйынса шылтыратып, һәр кем үҙен борсоған һорауҙарын бирә ала, уларға психолог, медиатор, юрист, психотерапевт һәм нарколог яуап бирәсәк.
Ауыр тормош хәленән һәр саҡ сығыу юлы бар: был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ, шылтыратығыҙ!
Фото: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.