Бөгөн, 16 сентябрҙә, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко республиканың иң оло белем биреү учреждениеларының береһе - Өфө медицина колледжында булды. 1908 йылда Өфөлә Башҡортостан биләмәһендә профессиональ медицина белеменә башланғыс һалған земство акушер-фельдшер мәктәбе асыла.
Өфө медицина колледжы директоры Илдар Ғиләжев аңлатыуынса, бөгөн ете йүнәлеш – дауалау эше, акушерлыҡ эше, шәфҡәт туташы эше, медицина-профилактика эше, лаборатория диагностикаһы, фармация, медицина массажы буйынса 2 меңдән ашыу студент уҡый.
«Беҙҙең колледж – Рәсәй буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе ҡабул итеп, белгестәр әҙерләгән бер нисә медицина белем биреү учреждениеларының береһе. Атап әйткәндә, күреү һәм ишетеү буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыуға алабыҙ. Улар массаж буйынса шәфҡәт туташтары һәм лаборатор диагностика белгестәре булып сыға. Шулай уҡ беҙ медицина учреждениелары, республика райондары менән тығыҙ эшләйбеҙ, улар менән маҡсатлы уҡытыуға килешеүҙәр төҙөйбөҙ һәм билдәле медицина ойошмаһына эшкә урынлашыуҙы планлаштырабыҙ. Уҡыуҙы тамамлағас, беҙҙең студенттар үҙ райондарына эшкә ҡайта йә иһә маҡсатлы рәүештә дауаханаларға бара, улар хатта уҡыу процесы барышында өҫтәмә стипендия ла түләй. Беҙҙә 153 уҡытыусы, шул иҫәптән фән кандидаттары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары һәм табиптары эшләй», - тип билдәләне колледж директоры.
Михаил Мурашко Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һәм республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин менән бергә хирургия йүнәлешендәге пациенттарҙы дауалау, физиологик акушерлыҡ, сәләмәт кеше һәм уның әйләнә-тирәһе кабинеттарында булды һәм студенттар менән аралашты.
Һаулыҡ һаҡлау министры колледждың яйға һалынған эшенә яҡшы баһа бирҙе һәм киләсәктә лә улар ашығыс медицина ярҙамы станцияһында үҙ һөнәри бурыстарын сифатлы һәм оператив үтәүҙәрен теләне.
Олег Яровиков фотоһы.