Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Сентябрь , 17:45

Конкурстың юғары булыуы ҡыуандыра.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры тағы нимәләр тураһында айырып әйтте? 

Конкурстың юғары булыуы ҡыуандыра.
Конкурстың юғары булыуы ҡыуандыра.

«Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» дәүләт программалары, медицина колледждарын һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға ярҙам итеү буйынса өҫтәмә социаль түләүҙәр бөгөн үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Улар студенттарға өҫтәмә финанс мотивация ла булдыра. Был хаҡта Өфөгә эш сәфәре барышында һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе.

«Ауылда табиптар һәм шәфҡәт туташтары менән аралашҡанда улар йыһазландырыуҙа үҙгәрештәрҙе билдәләй. Һуңғы йылдарҙа илдә 4 меңдән ашыу заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктын астыҡ. Унда дарыу препараттарын ебәреү мөмкинлеге барлыҡҡа килде, һанлаштырыу бара, телемедицина консультациялары индерелә. Йәштәр өсөн быларҙың барыһы ла бик мөһим. Беҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн автотранспорт һатып алабыҙ, уның менән фельдшерҙар үҙҙәре идара итә ала. Шулай итеп, ҡалалағы кеүек йәмәғәт транспорты менән файҙаланыу уңайлы булмаған ауылда пациентҡа барып етеү ваҡытын ҡыҫҡартабыҙ. Был бер нисә тораҡ пунктты хеҙмәтләндереү мөмкинлеге булдыра», - тип билдәләне Михаил Мурашко.

Михаил Мурашконың фекеренсә, бөгөн өфө медицина колледжында  аралашыу барышында студенттарҙың береһе лә үҙ һөнәрен дөрөҫ һайлау йәһәтенән шикләнмәй. «Был бик һәйбәт. Медицина вуздарына һәм колледждарына конкурстың юғары булыуы ҡыуандыра. Өфөлә колледжға ингәндә уртаса 4, 5 балл кәрәк, тинеләр. Абитуриенттарға ҡарата ниндәй юғары талаптар булыуын күрәбеҙ. Беҙҙең белгеслеккә юғары дәрәжәлә әҙерлекле уҡыусылар килеүенә ғорурланабыҙ», - тине Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры.

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в