Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Сентябрь , 14:00

Йомортҡаның ағы - биткә, һарыһы - сәскә

Был ботокс эффектын бирә, сәсегеҙ ҡойолоуҙан туҡтар.

Йомортҡаның ағы - биткә, һарыһы - сәскә
Йомортҡаның ағы - биткә, һарыһы - сәскә

Матурлыҡ салонына бармай ғына, шундай уҡ процедураларҙы өй шарттарында эшләп була. Ял көндәрендә аш бүлмәһендә булған нәмәләрҙән еңел һәм тиҙ генә битлектәр әҙерләй алаһығыҙ. Мәҫәлән, йомортҡанан бер түгел, ике маска әҙерләргә була. Береһе – биттәге һырҙарҙан, икенсеһе сәс ҡойолғандан ярҙам итә.

Йомортҡаның ағын һарыһынан айырып ике һауытҡа һалабыҙ. Йомортҡа һарыһына бер һуғанды ҡырғыстан үткәреп ҡушабыҙ, бер аш ҡалағы шыйыҡ май, бер аш ҡалағы бал һалып болғатабыҙ ҙа сәс төбөнә һылап сығабыҙ. Башҡа йылы яулыҡ урап, бер сәғәткә ҡалдырабыҙ.

Был рецепты 83 йәшлек инәй яҙып ҡалдырған ине. Һәр йыуыр алдынан эшләгәнгә күрә уның сәсенә йәштәр ҙә көнләшерлек була. Сәсегеҙ ҡойолғанда был рецепт ярҙамға килер.

Йомортҡа ағына бер-бер ярым аш ҡалағы картуф крахмалы ҡушып болғатабыҙ ҙа биткә һылайбыҙ. 20-30 минуттан йылы һыу менән сайып төшөрәбеҙ. Был маскаға шулай уҡ бер аш ҡалағы кефир, әҙерәк бал ҡушып эшләргә мөмкин.

Бындай сара йәш үҙгәрештәренә ҡаршы көрәшеп кенә ҡалмай, ә һытҡыларҙы бөтөрә, йыйырсыҡтарҙы, ҡара нөктәләрҙе кәметә, тирене ағарта, шымарта. Ботокс эффекты бирә был битлек.

Автор фотоһы.

Йомортҡаның ағы - биткә, һарыһы - сәскә
Йомортҡаның ағы - биткә, һарыһы - сәскә
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас в