Сәләмәт булайыҡ
21 Сентябрь 2023, 02:00

Бер генә ғүмерҙе ҡотҡарһа ла...

Был эш еңел түгел - ғәҙәттә, 10 мең кешенең береһе генә тап килә.

Бер генә ғүмерҙе ҡотҡарһа ла...Бер генә ғүмерҙе ҡотҡарһа ла...
Бер генә ғүмерҙе ҡотҡарһа ла...

20 сентябрҙә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин #ДавайВступай Бөтә Рәсәй ҡан һәм елек майы донорлығы марафонына старт бирҙе.

Акция көнөндә донорҙар регистры 189 кешегә тулыланды, Айрат Рәзиф улы тәүгеләрҙән булып теркәлде.

Елек майын трансплантациялау - күп пациенттарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге ул. Шул уҡ ваҡытта донорҙарҙы һайлап алыу ҙа еңел түгел - ғәҙәттә, 10 мең кешенең береһе генә тап килә.

- Беҙҙең төбәктең ҡан хеҙмәте 2015 йылдан алып һөйәк мейеһе донорҙарын эҙләүҙә ҡатнаша. Бөгөн республикала һигеҙ меңгә яҡын кеше елек майы доноры булып тора. Бөтә осорҙа төбәгебеҙ донорҙары ҡатнашлығында 23 тап килеү теркәлеп, 10 донация үткәрелгән, - тип һөйләне министр.

Өфө марафонға ҡушылған егерменсе ҡала булды. Һәр ҡалала елек майы донорлығы амбассадоры, лейкоз (ҡан рагы) менән ауырып, күп кенә химия терапияһы курсын үткәргән Артем Алискеров донорлыҡ хәрәкәтенә теләктәшлек белдереп, 42 километрлыҡ мономарафон йүгерә.

Фото: https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/570356/


 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас