Сәләмәт булайыҡ
21 Сентябрь 2023, 05:00

“Уларҙың күңеле тиҙ кителеүсән”

Яҡташыбыҙ айҙан ашыу Луганск Халыҡ Республикаһында командировкала.

“Уларҙың күңеле тиҙ кителеүсән”“Уларҙың күңеле тиҙ кителеүсән”
“Уларҙың күңеле тиҙ кителеүсән”

Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы Лилиә Ғәлиева айҙан ашыу Луганск Халыҡ Республикаһында командировкала. Ул бында онкология диспансерында эшләй.

– Беҙ ашҡаҙан-эсәк юлы ағзалары эшмәкәрлегендәге төрлө тайпылыштарҙы тикшерәбеҙ. Һөҙөмтәләрҙе белгәс, пациенттарҙы артабан дауаланыу өсөн белгестәргә ебәрәбеҙ.  Эш осоронда  гастрит, сей яра, шештәр йыш осраны. 

Шәфҡәт туташы хеҙмәте ҡатмарлы. Мин ни өсөн эшкә барғанымды яҡшы беләм. Һөнәрем кешеләргә ҙур файҙа килтерә. Хәүефһеҙлек һәм ҡоралдарҙы ентекләп эшкәртеү – һәр пациенттың сәләмәтлек нигеҙе.

Проблемаларҙың күбеһе ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеге боҙолоуы менән бәйле. Алынған материалдарҙы гистологик һәм морфологик тикшереүҙәргә оҙатабыҙ.  Дауалауҙан тыш,  һәр ауырыуҙың кәйефен, рухын күтәреү  бик мөһим.

Бында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Әле Красный Лучта даими медицина белеме алыу буйынса Рәсәй системаһы индерелә.

Онкология сирҙәренә дусар пациенттар – күңелдәре тиҙ кителеп барыусан төркөм. Уларҙың рухын күтәреү өсөн шәфҡәт туташтарынан ҙур иғтибар, ихласлыҡ һәм юғары профессионаллек талап ителә, – ти яҡташыбыҙ Лилиә Ғәлиева.  

Беҙ уға уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас