Башҡортостанда мотлаҡ битлек кейеүҙе индереү тураһындағы мәғлүмәт раҫланманы.
“Әлеге ваҡытта битлек режимын индереү өсөн нигеҙ күрмәйбеҙ”, - тип комментарий биргән “Башинформ”ға БР буйынса Роспотребнадзорҙың матбуғат секретары Регина Аҡмалова.
Шулай уҡ вәкил, республикала яңы коронавирус инфекцияһын ситтән индереүҙе һәм таратыуҙы булдырмау буйынса оперштабтың ҡарары буйынса ғына киң массала битлек режимын индереү мөмкин, тип тә өҫтәгән.
“Урындағы һәр учреждение үҙенең ҡарары менән ойошмаһында битлектә йөрөү тәртибен индерә ала. Медучреждениелар йыл һайын киҫкен респиратор-вируслы сирҙәр таралған осорҙа үҙ ойошмалары эсендә битлек режимы индерә һәм пациенттарҙың йөрөүен сикләй”, тип аңлатма бирҙе ул.
Фото: “Башинформ”.