

Үҙәкте асыуҙың рәсми өлөшөндә Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүсе “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ҡатнашты.
– Стәрлетамаҡ психология үҙәге 2011 йылдан алып эшләй. Был дәүләт йәштәр комитетының ведомство ҡарамағындағы учреждениеһы – Республика йәштәр психология үҙәге филиалы. Бында күп йыллыҡ эш тәжрибәһе булған психологтар эш алып бара. Ваҡыт үтеү менән өҫтөнлөклө бурыстар үҙгәрә. Бөгөнгө көндә ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙе лә үҙ эсенә ала. Быйыл беҙ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә үҙәктең филиалдар селтәрен көсәйтеү һәм уның эш форматын яңыртыу тураһында башланғыс менән сыҡтыҡ. Һөҙөмтәлә, Стәрлетамаҡта беренсе заманса форматтағы психологик үҙәк барлыҡҡа килде. Хәҙер урында шәхси ҡабул итеү өсөн майҙандар, уҡыу класы, балалар зонаһы, шәхесте диагностикалау өсөн махсус ҡорамалдар менән психологик-диагностик лаборатория һәм башҡалар бар. Бында барыһы ла кеше үҙенә кәрәкле ярҙамды алыуға йүнәлтелгән. Быйыл бындай үҙәктәр Өфөлә һәм Благовещен районында асылыр, тип көтөлә, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
Сара тамамланғас, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүсе “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалы менән Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте