

- Башҡортостанда һеҙҙе ихлас сәләмләүемә шатмын. Рәсәй Олимпия комитеты етәкселегенә Өфөлә Бөтә Рәсәй Олимпия советтары форумын үткәреү хөрмәте өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров. - Республикабыҙҙа бай спорт традициялары бар. Беҙ спорт инфраструктураһын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Ҙур заманса объекттар, шул иҫәптән фехтование үҙәге, көрәш һарайы, ишкәкле слалом комплексы төҙөлә. Тренерҙарға һәм спортсыларға ярҙам итеүгә байтаҡ ресурстар йүнәлтелә. «Ауыл тренеры» проекты сиктәрендә остаздарға түләүҙәр 600 меңдән 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Күренекле атлеттар һәм тренерҙар өсөн ғүмерлек дәүләт стипендиялары булдырыла. Башҡортостан - спорт тармағына ярҙам саралары системаһы үҫешкән бер нисә төбәктәрҙең береһе.
Рәсәй Олимпия комитеты президенты, фехтование буйынса дүрт тапҡыр олимпия чемпионы Станислав Поздняков Радий Хәбировҡа ҡунаҡсыллығы һәм иң яҡшы тәжрибәләрҙе өйрәнергә мөмкинлек биргән Бөтә Рәсәй форумын үткәреү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Физик культураны һәм спортты үҫтереүгә Башҡортостанда ҙур иғтибар бүленгән. Шунһыҙ яҡшы спорт һөҙөмтәләренә өлгәшеп булмай. Республиканың идара итеү командаһы был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүлә. Беҙ яңы объекттар һәм ҡоролмалар һанының артыуын күрәбеҙ. Бөгөнгө чемпиондарыбыҙ өлгөһөндә спортсыларҙың яңы быуыны үҫеүе мөһим, – тип билдәләне Станислав Поздняков.
Рәсәй Спорт министрлығының физик культура һәм күмәк спорт департаменты директоры Максим Уразов үҙенең сығышында форумдың Башҡортостанда осраҡлы ғына уҙғарылмауын билдәләне.
- Республикала ҙур халыҡ-ара ярыштар үтә. Бынан тыш, һеҙ паралимпия һәм сурдлимпия спортына ҙур иғтибар бүләһегеҙ. Рәсәй Спорт министрлығы «Ауыл тренеры» программаһын федераль кимәлдә тиражлау менән ҡыҙыҡһына, ул бик кәрәкле. Беҙ шулай уҡ 2024 йылда Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» форумын уҙғарыу башланғысын хуплайбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Максим Уразов. Ул Башҡортостан Башлығына Рәсәйҙә физик культура һәм спорт өлкәһендә дәүләт идара итеү органы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған юбилей миҙалын тапшырҙы. Спорт гимнастикаһы буйынса милли йыйылма команданың өлкән тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Валентина Родионенко Өфөлә гимнастиканың яңынан етди үҫешеүен билдәләне. Педагог республика етәкселегенә Өфөлә спорт гимнастикаһы үҙәген асҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров Валентина Родионенкоға иң юғары кимәлдәге спортсыларҙы әҙерләү өсөн ошо учреждение менән хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итте.
Рәсәй фехтование федерацияһы президенты, ике тапҡыр олимпия чемпионы Илгар Мамедов 1987 йылда, йәш спортсы булараҡ, РСФСР-ҙың иң көслө спортсылары турнирында ҡатнашҡанда Өфөлә беренсе тапҡыр булыуын һөйләне.
- Башҡортостанда фехтованиеның алдынғы спорт төрҙәренең береһе булыуы ҡыуаныслы. Һеҙҙә бик яҡшы мәктәп, был дисциплинала олимпия чемпиондары бар. Өфөлә ҙур фехтование үҙәге асылыу менән ул юғары үҫеш кимәленә сығыр, тип ышанам, – тине Илгар Мамедов.
2006 йылда бобслей буйынса ҡышҡы Олимпия уйындарының көмөш призеры Алексей Селиверстов Радий Хәбировҡа ғүмерлеккә дәүләт стипендиялары булдырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙы республиканың 70-тән ашыу спортсыһы һәм тренеры аласағын хәбәр итте. Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһы вице-президенты, олимпия чемпионы Ирина Привалова Башҡортостан Башлығынан Өфөлә ябыҡ еңел атлетика манежын төҙөү мөмкинлеген ҡарауҙы һораны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республиканың идара итеү командаһы 2030 йылға тиклем төҙөләсәк яңы спорт объекттары исемлеген төҙөй башланы. Улар иҫәбендә еңел атлеттар өсөн майҙансыҡ та ҡараласаҡ. Ишеү слаломы федерацияһы президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Папуш коллегаларын 2024 йылда Өфөгә ишеү каналы менән профилле спорт комплексын асыуға саҡырҙы. Ул был уникаль объекттың Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе буласағын билдәләне.